К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Республика баҫыуҙарында татлы тамыр ҡаҙыу башланды

Шәкәр сөгөлдөрөн үҫтереүсе 22 райондың унауһы уңыш йыйыу эштәренә тотондо. Бөгөнгә баҫыуҙарҙың 5 проценты алынған, уртаса гектар ҡеүәте 250 центнер. Ҡоро аяҙ көндә бер комбайн тәүлегенә 60 гектар татлы тамыр ҡаҙып ала. Был баҫыуҙа иһә 6 комбайн эшләй. Мәләүез фәнни-етештереү берекмәһе дүрт меңдән ашыу гектарҙа үҫтерелгән шәкәр сөгөлдөрөн һалҡындар еткәнсе ҡаҙып, юғалтыуһыҙ йыйып алып, шәкәр заводына оҙатырға иҫәп тота. Бөгөнгә ошо баҫыуҙа ғына гектарынан 350-370 центнер татлы тамыр ҡаҙыла.Фәнни-етештереү берекмәһе Федоровка, Мәләүез, Көйөргәҙе райондары биләмәләрендә шәкәр сөгөлдөрөн тәжрибә ысулы менән сәскән, уңыш күләмен бында үҫемлектәрҙең йышлығынан сығып иҫәпләйҙәр. Эште уңайлы ойоштороу маҡсатында комбайндар тәү сиратта шәкәр заводынан алыҫ урынлашҡан баҫыуҙарға төшә. Мәләүез сеймал ҡабул итеү нөктәһенә сөгөлдөр ташыу радиусы уртаса 91 километр. Әлеге ваҡытта 300 транспорт берәмеге менән килешеү төҙөлгән, ти завод етәкселеге. Ямғырҙарҙы аяҙ көндәр алмаштырған мәлде аграрийҙар сөгөлдөрҙөң шәкәр туплаған осоро булараҡ баһалай. Быйылғы һауа торошоноң тотороҡһоҙлоғон иҫәпкә алып, хужалыҡтарға уңыш йыйыуҙы оҙаҡлатмаҫҡа кәңәш итәбеҙ, ти республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Илдар Насиров. Уның белдереүенсә, Республиканың шәкәр заводтары сеймал ҡабул итергә әҙер.Шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыу буйынса бөгөн Благовар, Бүздәк, Баҡалы райондары алдынғылар иҫәбендә. Гектар ҡеүәте иһә Саҡмағошта иң юғарыһы, бында уңыш күләме 400 центнерға етә. 

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика