Республика хужалыҡтары ураҡҡа төштө

Дүртөйлө районы  механизаторҙары тәүгеләрҙән арыш саба башланы. Башҡортостан ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрлығының матбуғат хеҙмәте “Белгестәр мул уңышҡа өмөт бағлай”,- тип хәбәр итә. Көндәрҙең ҡапыл һалҡынайыуы һәм ямғырҙарҙың ҡамасаулауына ҡарамаҫтан, урып-йыйыу эштәре йылдамлана бара, яҡын арала һауа торошоноң да тотороҡланыуы көтөлә. Иң мөһиме – хужалыҡтар уңыш йыйыу осорона бар тейешле техника һәм материалдар менән тәьмин ителгән.

Яндекс.Метрика