Республика көнө алдынан иң һәләтле ижад кешеләренә Дәүләт премиялары тапшырылды

Шәйехзада Бабич  исемендәге республика йәштәр премияһы һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар союзы премияһы лауреаты исеменә  7 ижадсы лайыҡ булды.  «Туған илдә ҡулға ҡул тотоноп» тигән ижади проекттары өсөн рәссамдар Айгөл Ишбирҙина менән Вера Фролова Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһына лайыҡ булды. Ә 150 мең һум күләмендәге премия аҡсаһын нимәгә  ҡулланасаҡһығыҙ тигән һорауға улар бер тауыштан- буяуҙар, яңы күргәҙмә ойоштороу тип яуап бирҙеләр.Быйыл тәүге тапҡыр ике премияны тапшырыу бер өҫтәл артында башҡарылды. Премия исемен йөрөтөүсе ике бөйөк шәхесте лә тыуған иленә һөйөү һәм халҡына фиҙаҡәр хеҙмәте берләштерә,  бөгөн лауреаттарҙың да хеҙмәтен һәм талантын йәмғиәт кенә түгел Дәүләт тә юғары кимәлдә баһаланы. Конкурс комиссияһы тарафынан юғары баһаға лайыҡ булыусыларҙың береһе – башҡорт әҙәбиәте донъяһының өмөтлө яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтов.Мәрхәмәтлек проекттары һәм Башҡортостан мәҙәниәтен донъя кимәленә күтәргәне өсөн Мәскәү филармонияһы артисы Артур Нәзиуллин да йәштәр премияһын алды.Ш.Бабич премияһы быйыл үҙенең 20 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо ваҡыт арауығында сағыу,үҙенсәлекле 60-ҡа яҡын ижади йәштәребеҙҙең эштәре  билдәләнде. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға быйыл иң һәләтле 3 журналистҡа – « Труд » газеты мөхәррире  Гүзәл Агишеваға, “Ауыл тормошо”газеты фотокорреспонденты  Юрий Нестеренкоға һәм Белорет районының «Урал» газеты корреспонденты Рамилә Мусинаға тапшырылды. Район тормошон республика гәзитендә ә республика яңылыҡтарын район халҡына оҫта еткереүселәр айырыуса иғтибарға лайыҡ. Ш. Бабичтың Ал да нур сәс халҡыңа, тигән һүҙҙәре бар. Әлбиттә был ялҡынлы һүҙҙәр лауреаттарҙы яңы ижади үрҙәргә әйҙәй.



Яндекс.Метрика