Республика йәмәғәтселеге бөгөн Рәсимә Ураҡсинаны һуңғы юлға оҙатты

Бөгөн Башҡортостан яҙыусылар  берлегендә  күренекле шағирә, балалар яҙыусыһы, педагог  Рәсимә Ураҡсинаны һуңғы юлға оҙаттылар. Рәсимә Минибулатовна 1950-се йылдың 19-сы октябрендә Дәүләкән районы Яңы-Яппар ауылында тыуған. БДУ-ын тамамлағандан һуң оҙаҡ йылдар Сибай педагогия училищаһында белем бирә. Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназияһында, 2-се һанлы Өфө педагогия колледжында БДПУ-ың педагогика һәм мәктәпкәсә белем биреү кафедраһында эшләй. Шағирә,  фольклорсы, тәржемәсе, Башҡортостандың яҙыусылар союзы ағзаһы Рәсимә Минибулат ҡыҙы Ураҡсинаның вафат булыуы бар республика халҡы өсөн  ҙур юғалтыу. Мәскәүҙә Щепкин исемендәге  юғары театраль училищеһында Башҡортостан студенттарының етәксеһе булыуы, унда белем алған егет-ҡыҙҙарға белем өләшеүҙән тыш, ата-әсәне лә алмаштырыусы кеше булыуы менән иҫтәрендә ҡала щепкинсыларҙың. Рәсимә Ураҡсина балалар яҙыусыһы булараҡ та танылған. Уның һүҙҙәренә балалар өсөн бихисап йырҙар яҙылған.  Рәсимә Минибулат ҡыҙы оҙаҡ йылдар балалар фольклорын йыя. Уның беренсе ике томын сығарыуҙа ла  ҡатнашып өлгөрә. Сит ил һәм рус классиктарының пьесаларын башҡорт теленә тәржемә итеү менән дә шөғөлләнә. Милли ижадты  үҫтереүгә, уның мәҙәниәтен һәм рухи байлығын һаҡлап, киләһе быуынға еткереүгә тос өлөш индергән сағыу шәхес иҫтәлеге беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланасаҡ.

Яндекс.Метрика