Республика юлдарында авариялар һаны арта

Һауа шарттарының ҡатмарлашыуы арҡаһында республика юлдарында авариялар һаны арта. 30 аварияла 44 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған, 3 кеше һәләк булған. Үлемесле аварияларҙың береһе Әбйәлил районында теркәлә. Магнитогорск – Аэропорт юлында 7 модель Ваз водителе төп трассаға сыҡҡан ваҡытта Приораға юл бирмәй авария ойоштора. Һөҙөмтәлә классикала ултырған 79 йәшлек пассажир һәләк була. Баймаҡ районында  7 модель ВАЗ менән идара итеүсе 40 йәшлек водитель юлдан сығып китеп түңкәрелә. Алынған тән йәрәхәттәренән ваҡиға урынында һәләк була. Оҡшаш фажиғәле авария Ҡырмыҫҡалы районында теркәлә Фольксваген Джетта автомобиле рулендә ултырыусы 26 йәшлек ҡатын ҡар яуған ваҡытта автомобиль менән идара итеү һәләтен юғалтып юлдан сығып оса. 50 йәшлек пассажир һәләк була. Водитель һәм тағы бер пассажир дауаханаға оҙатыла.



Яндекс.Метрика