Республикабыҙ башҡалаһы ШОС һәм БРИКС саммиттары ҡунаҡтарын ҡаршы ала

Теүәл бер сәғәт элек халыҡ-ара форумдарҙа ҡатнашыу өсөн Өфөгә Ҡытай халыҡ республикаһы Си Цзипинь  етәксеһе килде. Бер-нисә минут элек кенә Өфө аэропортына Һиндостан премьер-министры Нарендра Модиның самолеты ла төштө. Уға тиклем Өфө Тажикстан президенты Эмомали Рахмоновты ҡаршы алды. Уны ШОС ойошмаһы генераль секретары Дмитрий Мезенцев һәм республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡаршыланы. Кисә Өфөгә тәүгеләрҙән булып Көньяҡ Африка республикаһы башлығы Джейкоб Зума килде. 



Последние новости