Республикабыҙ башҡалаһына халыҡ-ара форумдарҙа ҡатнашыу өсөн ШОС һәм БРИКС илдәре етәкселәре тулыһынса килеп бөттө тиерлек

Бөгөн Өфөгә Монголия президенты Цахиагийн Элбэгдорж, Ҡырғыҙстан президенты Алмазбәк Атамбаев, Афғанстан президенты Әшрәф Ғәни, Әрмәнстан президенты Серж Саргисян килде. Иран президенты Хәсән Роуханиҙың самолеты кисә кисләй генә Өфө аэропортына төштө. Уны Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды. Хәсән Роухани ШОс илдәре башлыҡтары советы ултырышында ҡатнаша. 

Яндекс.Метрика