Республикабыҙҙың башҡалаһы Өфө халыҡ-ара форумдар үтеүгә ҡарамаҫтан ҡәҙимге тормош менән йәшәй

Автомобиль тығындары булһа ла, оҙаҡҡа түгел. Халыҡ та ваҡытлыса сикләүҙәрҙе тыныс ҡабул итә. Беҙҙең хәбәрсебеҙ Рәлиә Сәхибгәрәева башҡалар урамдары буйынса үтеп быға үҙе инанды.  ШОС һәм БРИКС саммитары уңайһыҙлыҡтар килтерер тигән күҙаллауҙар ысынбарлыҡҡа бигүк тура килмәй. Сауҙа нөктәләре, йәмәғәт урындары һәм кибет-магазиндар ғәҙәттәгесә эшләй. Ҡалала йәмәғәт транспорты йөрөп тора. Юл хәрәкәте  сит ил лидерҙары кортежы үткәндә генә ваҡытлыса ябыла. Ә башҡа ваҡытта автомобилдәр ирекле хәрәкәт итә. ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек сиктәрендә Өфөләге инфраструктураны яңыртыу һөҙөмтәһендә Башҡортостандың баш ҡалаһы үҙен Рәсәйҙең яңы конгресс үҙәге булараҡ танытты. Башҡаланың күркәмләнәүен күргән халыҡ был ваҡиғаны ыңғай ҡабул итә.Күләмле форумдар үтәсәк ерҙәр, конгресс-холл бинаһы тирәһе һәм халыҡ-ара матбуғат үҙәге урынлашҡан Салауат Юлаев майҙаны ғына тулыһынса ябыҡ. Полиция хеҙмәткәрҙәренең күплеге ғәҙәти булмаһа ла, был хәүефһеҙлек яғынан мөһим.   ШОС һәм БРИКС саммитары үткән өс көндә баш ҡаланың үҙәк өлөшөндә йәшәүселәр үҙҙәре менән шәхси таныҡлыҡ йөрөтөүҙәре мотлаҡ. Сөнки тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәре уларҙан паспорт күрһәтеүҙәрен талап итеүҙәре ихтимал. Был ябай хәүефһеҙлек шарттарын үтәү маҡсатынан башҡарыла. Ә инде йорт алдында автомобилдәрҙе ҡуйыу кеүек башҡа ҡатмарлыҡтар юҡ.  Юлдарҙа  тығындар юҡ, урамда ла кешеләр һирәк осрай. Саммиттар ваҡытында халыҡҡа уңайһыҙлыҡ тыуҙырмаҫ өсөн барыһы ла эшләнгән. Шулай ҙа уның үтеүе бөтөнләй һиҙелмәй. Әммә юлдарҙа көсөргәнешлек тыуҙырмаҫ өсөн был көндәрҙә халыҡҡа йәмәғәт транспортында йөрөү хәйерлерәк.

Яндекс.Метрика