Республикала гриппҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы прививкалар яһау башланды

Федераль бюджет иҫәбенән республика миллион доза вакцина менән тәъмин ителәсәк. 300 мең балаға  прививка  яһау ҡарала. Прививка яһатыр алдынан, тәү сиратта, табипҡа күренергә кәрәк. Сөнки сирләгән саҡта яһалған прививка аҙаҡ оҙайлы ауырыуға килтереүе ихтимал.Регина Сафина бәләкәй Исламға прививканы ҡалдырмай яһатып барырға тырыша. Сабыйына өс  йәш тулғас мотлаҡ киҙеүгә ҡаршы ла вакцина яһатасаҡмын, ти йәш әсә.Кемдер бер вакцинаны ла ҡалдырмай яһатып барырға тырышһа, бәғзеләр уларҙан бөтөнләй баш тарта.Прививка дөрөҫ эшләнгән ваҡытта реакция ике-өс көн генә дауам итергә тейеш, ти  Зөһрә Шәһиева.Әлбиттә, теге йәки был ауырыуға ҡаршы прививка яһатыу һәр кемдең уҙ ихтиярында. Иң мөһиме һаулыҡҡа зыян килмәһен.

Яндекс.Метрика