Республикала иҫерек водителдәргә ҡаршы махсус операция дауам итә

Хәҙер эскән килеш руль артына ултырыусыларҙы иректән мәхрүм итеү көтә. Ғәҙәттә, ике автомобиль бәрелешһә, тығындар барлыҡҡа килә. Ә бер нисә машина төкөшһә, хәрәкәт туҡтай, тиерлек. Яңы ҡанунға ярашлы,  юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күреүселәр йә һәләк булыусылар булмаһа, башҡаларға ҡамасауламаҫ өсөн водителдәр автомобилдәрен юл ситенә күсереп ултырттырға тейеш.  Бынан тыш, документтар тултырыу ҙа еңелләшә. Хәҙер водителдәргә инспекторҙарҙы көтөргә кәрәкмәй. Автоһәүәҫкәрҙәр авария урынын фотоға йә видеоға төшөрөргә, машинаның зыян күргән өлөшөн билдәләргә, шаһиттарҙың исемдәрен һәм адресын яҙып алырға һәм европротокол төҙөргә бурыслы. Был эштә комиссарҙар ярҙам итә ала, тик яҡтарҙың ризалығы талап ителә. Иҫерек килеш руль артына ултырғандар өсөн дә яза ҡәтғиләште. Икенсе тапҡыр эскән килеш тотолғандарҙы кәмендә 2 йылға иркенән мәхрүм итәсәктәр, йә 200 меңдән 300 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Ә аварияла кешеләр һәләк булған осраҡта, водителде 9 йылға тиклем төрмәгә оҙатыуҙары ихтимал. Яңыраҡ ҡына Өфөлә ҡурҡыныс юл-транспорт фажиғәһе теркәлде. Унда ауырлы ҡатын һәләк булды.Йәйәүлеләргә ҡағылышлы үҙгәрештәр ҙә бар. Төндәрен улар автомобиль фары яҡтылығында күренеүсе махсус кейем кейеп йөрөргә, йә яҡтыртыусы таҫма, беләҙек, стикер тағырға тейеш. Был ҡала һәм ауылдарҙан ситтәге юлдарға ҡағыла. Әгәр, йәйәүлеләрҙең кейеме йә стикеры булмаһа, 500 һум штраф һалына.

Эвакуаторға бәйле яңы ҡанун да үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, водитель автомобиле янына сығып өлгөрһә, техниканы хужаһына кире ҡайтарырға тейештәр. Йәғни, машинаны эвакуатор ҡуҙғалып китмәҫ борон алып ҡалырға кәрәк. Ә автомобилде дөрөҫ ҡуймаған өсөн автоһәүәҫкәрҙәргә барыбер штраф түләргә тура киләсәк.



Яндекс.Метрика