Республикала кеше үлеме менән тамамланған авариялар һаны арта

Кушнаренко юлында Тойота Камри һәм Форд Фокус бәрелешә. Һөҙөмтәлә Форд водителе алынған йәрәхәттәрҙән фажиғә урында йән бирә.Мәрхүмдең Нижневартовскийҙа йәшәгәне билдәле. Аварияла Тойота ғәйепле. Водитель төндә ҡаршы яҡ юлға килеп сыға. Сибай –Аҡъяр трассаһында иһә бөгөн төндә егерме йәшлек водитель, машина менән идара итеүҙе юғалтып, юлдан сығып оса. Бл юлы ун ете йәштәге ҡыҙҙың ғүмере өҙөлә. салондағы тағы ла бер пассажир һәм водитель дауаханаға оҙатылған. 

Яндекс.Метрика