Республикала коммуналь түләүҙәр өсөн компенсацтя алыу тәртибе ябайлаштырылды

Хәҙер федераль льготниктарға бар кәрәкле документтарҙы йыйыу мотлаҡ түгел. Ташламаға хоҡуҡ биргән таныҡлыҡты күрһәтеү, йә иһә инвалидлыҡ тураһындағы белешмә лә  етә. Сания Латыпова күптән түгел теркәлеү урынын алмаштырған. Икенсе районға күсеүе хаҡында әйтергә халыҡты социаль  яҡлау  үҙәгенә килгән. Бер юлы коммуналь хеҙмәттәр өсөн компенсация алыуға  ниндәй  документтар кәрәклеген дә белеп китергә ниәтләй. Августҡа тиклем тиклем инвалидттар һәм ветерандар бар төрлө инстанциялар буйлап йөрөп документтарҙы үҙҙәренә йыйырға тейеш ине. Был әлибттә бик күп ваҡытты ала, ти Сания Латыпова.Республика хөкүмәте ҡарарындағы үҙгәрештәр федераль ташламаға эйә булғандарға ғына ҡағыла.  Улар иҫәбенә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандар һәм  вафат булған һуғыш инвалидттарының  ғаилә ағзалары, инвалидтар,  зәғиф балалы ғаиләләр һәм радиациянан зыян күргәндәр инә.  Күп балалы ғаиләләргә, хеҙмәт ветерандарына ҡағылған документтар йыйыу системаһы үҙгәрешһеҙ ҡалған. 2015-се йылдың тәүге алты айында льготалар менән файҙаланған граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәрен компенсациялауға республика бюджетынан 1 миллиард 100 миллион һум, федераль ташламалар менән файҙаланыусыларға- 1 миллиард 200 миллион һум бүленгән. Республикала әле ай һайын ала торған аҡсалата компенсацияны 350 мең кеше  ала. Республиканың халыҡты социаль яҡлау үҙәгендә киләсәктә ташламаға хаҡы булған кешеләрҙең артыуында шиктәре юҡ, сөнки кәрәкле документтарҙы йыйыу күпкә еңеләйҙе.

Яндекс.Метрика