Республикала мал аҙығын әҙерләү дауам итә

Быйыл хужалыҡтар бер мал башына 30 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләргә планлаштыра.Башҡортостан баҫыуҙарында  тәүлек әйләнәһенә  ҡыҙыу эш бара. Яҙғы сәсеү тамамланыу менән хужалыҡтар  мал аҙығын әҙерләүгә тотондо. Һауа торошо тотороҡло булған осорҙа етерлек силос һалып  өлгөрөргә кәрәк. Дүртөйлөләр 1 июндән үк мал аҙығын әҙерләү эштәрен башланы. Комбайнсылар хатта төндә лә эшен туҡтатмай. Техниканың көйлө булыуы ваҡытында эште тамамларға мөмкинлек бирә. Әле механизаторҙар кәзә үләнен йыйып алыуҙы тамамлай. Ҡуҙаҡлы культураны ун йыл рәттән бер үк майҙанда үҫтерә улар. Был алым уңышты арттыра, ә  сығымдарҙы киреһенсә кәметә. Быйыл аграрийҙар малды ишәйтмәйенсә  һауымды арттырырға ниәт тота. Бының өсөн әлбиттә яҡшы сифатлы аҙыҡ етештереү – төп шарт. Һауа торошоноң тотороҡһоҙлоғо ғына  хужалыҡтарҙың эшен тотҡарлаясаҡ. Әгәр ҙә ҡоролоҡ булмаһа  бер миҙгелдә  кәзә үләнен  тағы ла бер, хатта ике тапҡыр йыйып алырға ниәтләй ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре.

Яндекс.Метрика