Республикала мал аҙығын әҙерләү дауам итә

Быйыл хужалыҡтар бер мал башына 30 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләргә планлаштыра. Башҡортостан баҫыуҙарында  тәүлек әйләнәһенә  ҡыҙыу эш бара. Төндә лә эш туҡтатмай. Дүртөйлө механизаторҙары кәзә үләнен йыйып алыуҙы тамамлай. Ҡуҙаҡлы культураны ун йыл рәттән бер үк майҙанда үҫтерә улар. Был алым уңышты арттыра, ә  сығымдарҙы киреһенсә кәметә. Әгәр ҙә ҡоролоҡ булмаһа  бер миҙгелдә  кәзә үләнен  тағы ла бер, хатта ике тапҡыр йыйып алырға ниәтләй ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре.



Последние новости