Республикала Әсәлек капиталы программаһы буйынса 200 млн һумдан ашыу аҡса түләнгән

Һүҙ көндәлек ихтыяждарын ҡапларға ярҙам итеүсе сертификатты ҡулға алыу хаҡында. 20 мең һум – ул үҙ сиратында Рәсәй ғаиләләренә социаль ярҙам күрһәтеү сараһы. Өфө ҡыҙы Айгөл Мөсәлимова – хужабикә. Ике бала тәрбиәләй. Өлкәне Рәминәгә һигеҙ йәш.  Әсәһе күптән ҡыҙына балалар лагерына юллама алырға хыяллана. Әммә йыйған аҡсалар етмәй. Шуға ул ике ай элек Әсәлек капиталының бер өлөшөн ҡулға алыу өсөн ғариза яҙа. Быны тик бер тапҡыр ғына алыу мөмкинлеге бар. Ҡулға 20 мең һум ғына бирелә. Республиканың Пенсия фонды бүлексәләрендә документтарҙы 2016 йылдың 31 мартына тиклем ҡабул итәләр. Паспорттағы мәғлүмәттән тыш, ғаризала шәхси иҫәптең страховкалау номеры һәм сертификаттың серияһы, номеры күрһәтелергә тейеш.  Банктан алынған реквизиттарҙы раҫлаусы белешмә лә кәрәк. Аҡса ике ай эсендә һәм бер тапҡыр ғына күсерелә. Быға тиклем дә Әсәлек капиталы  буйынса түләүҙәр башҡарылғайны. 2009-сы һәм 2010-сы йылдарҙа 10 мең һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлеге менән бөтә ғаиләләр ҙә тиерлек ҡулланды. Башҡортостан Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһенән генә ҡалыша килә. Законды ғәмәлгә ашыра башлағандан бирле 200 меңдән ашыу дәүләт сертификаттары тапшырылды. Әсәлек капиталы хоҡуғын алыу өсөн сертификатҡа хоҡуҡ бирә торған икенсе, өсөнсө, йәки артабанғы баланың 2007 йылдың 1 ғинуарынан 2016 йылдың 31 декабренә тиклем тыуыуы йәки уллыҡҡа алыныуы мөһим. Ундай ғаиләләр  453 мең һум аласаҡ. Күп осраҡта, аҡсалар торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн ҡулланыла. Әйтергә кәрәк, республикала Әсәлек капиталын алыу өсөн ғариза тапшырыусыларҙың һаны йылдан йыл арта.

Яндекс.Метрика