Республикала «Трактор-2015» операцияһы үткәрелә

Операция барышында ҡала һәм райондар буйлап рейдтар ойошторола. Башҡортостандың Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы “Трактор” операцияһын Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә ойоштора. Рейд ваҡытында техник яҡтан төҙөк булмаған, кеше ғүмеренә, һаулығына һәм тирә-яҡ мөхиткә хәүеф тыуҙырыусы үҙйөрөшлө машиналарҙы асыҡлау – төп маҡсаттарҙың береһе. 

Яндекс.Метрика