Республикала яңы уңыштың миллион йөҙ ҙә ун алты мең тоннаһы йыйып алынды

Илеш хужалыҡтары 56 мең тонна арыш-бойҙайҙы ырҙын табаҡтарына ташыған. Саҡмағошта был күрһәткес илле өс мең тоннаға тиң. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса республика баҫыуҙарының 3-тән бер өлөшөндә урып-йыйыу теүәләнгән. Бураларға 1 миллион 100 меңгә яҡын ашлыҡ һалынған. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов кисә Хөкүмәттең киһәйтелгән ултырышында сығыш яһап үҫтерелгән уңышты йыйып алыуға иғтибарҙы ьермә-бер арттырырға ҡушты. 

Яндекс.Метрика