Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы йылға-күлдәрҙә батып үлеүселәр артыуға борсолоу белдерә

Фажиғәләрҙең төп сәбәбе-эскелек, ябай ҡағиҙәләрҙе инҡар итеү. Йыл һайын республика һыу ятҡылыҡтарында 100 кеше һәләк була. Уларҙың күбеһе эскән килеш һыуға төшә. Күп кенә ата-әсәләр йылға-күл буйҙарында ял иткәндә балаларын ҡарауһыҙ ҡалдыра. Ошо сәбәпле лә республикала йыл һайын бер-нисә фажиғәле осраҡ теркәлә.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡтың байтаҡ өлөшө рәсми пляждарҙа һыу инеүгә ҡарағанда, ҡырағай пляждарҙы хуп күрә. Лилиә Дауытова Өфөгә тәүге тапҡыр. Әммә һыу инеү өсөн бына ошо сүп сарлы, быяла ватыҡтары тулып ятҡан һыу инеү урынын һайлаған. Ҡыҙ яр буйында бер үҙе түгел. Тағы ла тиҫтәләгән кеше һыу инеп, ҡыҙынып ята. Улар ҙа Лилиә кеүек был урындың хәүефле икәнен белмәй. Ҡотҡарыусылар һыу инеү миҙегеле башланыу менән даими рейдтар уҙғарып тора. Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында ғына һыу инергә рөхсәт ителә. Әммә күреүебеҙсә йылғаның уң яғында ла ял итеүселәр бихисап. Рөхсәт ителмәгән һыу ятҡылыҡтарында йөҙөүселәрҙе контролдә тотоу ҡатмарлыраҡ, ти ҡотҡарыусылар. Тап унда кешеләр йышыраҡ һәләкәткә осрай ҙа инде. Уларҙың араһында балаларҙың күплеге ҡотҡарыусыларҙы борсоуға һала. Шуға ла улар ҡулайлаштырылған пляждарҙа ғына һыу инергә кәңәш итә. 

Яндекс.Метрика