Республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдары күп балалы ата-әсәне эҙләй

Ирле-ҡатынлы Мусиндар Силәбе өлкәһендә бер-нисә көнгә өс баланы ҡарауһыҙ ҡалдыра һәм хәбәрһеҙ юғала. Сабыйҙарҙы ҡотҡаралар. Әлеге ваҡытта улар табиптар күҙәтеүе аҫтында. Ике өлкән бала ярты йыл тиерлек социаль приютта көн итә. Шәфҡәт туташтары уларға әсәһен алмаштыра. Ике йәшлек Алһыу үҙенә өҙлөкһөҙ иғтибар талап итһә, бер йәшлек Линар, киреһенсә, үҙаллылыҡ күрһәтә. Сабыйҙарҙы ике аҙна элек Ҡыйғы дауаханаһына опека органы хеҙмәткәрҙәре алып килә. Шул көндән алып уларҙың яҙмышы менән бер кем дә ҡыҙыҡһынмаған. Дауахана хеҙмәткәрҙәре бәләкәстәрҙең нимә кисереүе тураһында тыныс ҡына һөйләй алмай. Бер-нисә көн улар ябыҡ фатирҙа көн күрә. Ата-әсәләре сығыштары менән Ҡыйғы районынан. Ҡасандыр өс баланы алып яҡшы тормош артынан Силәбегә юллана. Унда ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәйҙәр. Әгәр ҙә торлаҡтың хужабикәһе аҡса артынан килмәһә, бикле ултырған өс баланың яҙмышы нимә менән бөтөрөн күҙ алдына ла килтереүе лә ауыр.Балаларҙың иң өлкәне – 4 йәшлек Ниязды дауахананан һуң Йыланлы ауылына социаль приютҡа күсерәләр. Бында инде бер нисә ай уның ике ағаһы ла йәшәй. Тормоштоң ауырлығына һылтанып, ярты йыл элек ата менән әсә уларҙы үҙҙәре алып килеп тапшырҙы, ти приют хеҙмәткәрҙәре. Малайҙар ғаиләләрендәге тормоштарын теләр-теләмәҫ  кенә һөйләй.Малайҙар ғаиләлә йәшәргә теләй. Тик әсә улдарын һуңғы тапҡыр май айында килеп күргән. Ата менән әсәнең ҡайҙа икәнлеген бер кем дә: приют хеҙмәткәрҙәре лә, хатта ауылдаштары ла белмәй.Йыланлылар мусиндарҙы йыш ҡына иҫерек килеш күргәндәр. Приюттың үҙендә улартураһында хәбәрҙар түгелдәр. 

Яндекс.Метрика