Республиканың көнъяҡ өлөшөндәге төбәктәрҙә ҡара сиңерткәләр ҡотора

Әбйәлил, Ейәнсура һәм Йылайырҙа саранчалар ауыл хужалығы майҙандарын, көтөүлөктәрҙе ҡыра. Бөжәктәр бөгөнгә утыҙ һигеҙ мең гектарҙы юҡҡа сығарған. Сәселгән  баҫыуҙарҙы тикшереү, зыян күләмен асыҡлау махсус төркөмдәргә йөкмәтелгән. Баймаҡ районында ла сиңерткәгә ҡаршы эҙмә-эҙлекле эш алып барыла.  Сәсеүҙе матур башҡарған баймаҡ эшсәндәре яҡшы уңышҡа иҫәп тотҡайны. Яҙғы айҙа етерлек яуым-төшөм дә ошо өмөттәрҙе ҡеүәтләне. Тик дәррәү күтәрелгән сәсеүлектәргә һөжүм иткән ҡара сиңерткәләр пландарҙы селпәрәмә килтерҙе. Яуаплылығы сикләнгән Толпар йәмғиәтененең тәжрибәле агрономы Петр Божеховский билдәләүенсә, көндәр артабан да шулай эҫе торһа баҫыуҙарҙың күп өлөшөн ҡотҡарып булмаясаҡ.  Шәхси хужалыҡ тотҡан ауыл халҡын да был хәл хәүефкә һала. Ерҙең бер квадрат метрында 40, урыны менән 100-ләп осраған сиңерткә бесәнлектәрҙе көндән-көн юҡ итә. Ғәҙәттә июль урталарында бесәнгә төшөргә күнеккән ауыл халҡын белгестәр быйыл ҡабаланырға өгөтләй. Мал аҙығын әҙерләү йәһәтенән ҡатмарлыҡтар килеп сыҡмаһын өсөн.Ҡара сиңерткәләр эҫе ваҡытта әүҙемләшә. Һауа температураһы 28-ҙән ашһа һөжүмгә күсәләр. Тәндәре кибеп һыуға сарсаһа улар йәшел үләндең һутлы һабаҡтарынан дым ала. Был ҡоротоусы бөжәктәр менән көрәшергә Баймаҡ районы хужалыҡтарының көсө етмәй. Бесәнлектәр һәм айырым баҫыуҙар химик эшкәртеүгә мохтаж. Аграрийҙар алдында иһә көҙгө уңыштың байтаҡ өлөшөн ҡотҡарыу  бурысы тора. 

Яндекс.Метрика