Республиканың юғары уҡыу йорттарында тулҡынландырғыс мәл: белгестәргә дипломдар тапшырыла

Шат йөҙҙәр, ныҡлы аҙымдар һәм киләсәккә ҡыйыу өмөттәр. Өфө дәүләт нефть-техник университетын   ҡыҙыл дипломға тамамлаусы студенттарҙың күбеһен эш урындары көтә лә инде. Йыл һайын йәш белгестәрҙең 90-93%  йүнәлтмә буйынса эшкә урынлаштырыла.Залда алма төшөрлөк тә урын юҡ. Уҡыу йортон тамамлаусы 3000 ашыу  йәш белгестең 500-ҙән ашыуы  уны тик «бишле» билдәләренә генә бөткән. Уларҙың күбеһе  эре нефть һәм газ компанияларының исемле стипендиаттары, ғилми конкурстар һәм олимпиадалар еңеүселәре. Уҡыу алдынғылары араһында сит ил граждандары ла бар. Кот-дИвуар африка дәүләтенән Атсе Яо Доменик Бэрнабэ уҡыу йортон тамамлаусы 1000-се сит ил студенты.Доменик уҡыуға ғына түгел йәмәғәт эшенә лә өлгөрә. Ул Африка дәүләттәренән килеүсе студенттар берлеген ойошторған. Артабан уҡыуын аспирантурала дауам итергә ниәтләй. Башҡорт телен һәм мәҙәниәтен ныҡлап өйрәнергә теләй.Техник ВУЗды егеттәр менән бер рәттән  ҡыҙҙар ҙа уңышлы тамамлай. Киләсәктә яғыулыҡ-энергетика компанияларында инженерҙар, геологтар һәм башҡа техник һөнәр эйәләре итеп күрә улар үҙҙәрен.Өфө дәүләт нефть-техник университетына  белем алыу теләге менән  Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, сит илдәрҙән дә киләләр. Әлеге ваҡытта уҡыу йортона документтар ҡабул итеү бара. Бер нисә йылдан бөгөнгө абитуриенттар ҙа уҡыу йортоноң ғорурлығына әйләнер.

Яндекс.Метрика