Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америка Ҡушма Штаттары һәм тағы ла ете ил Рәсәйгә ҡаршы яңы санкциялар индереүе ихтимал. Был турала Американың финанстар министры Джейкоб Лью белдергән. Барак Обама һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәсәй ҡораллы көстәре Украинаның мөстәҡиллегенә янай. Мәскәү был ғәйепләүҙәрҙе кире ҡаға һәм Украина биләмәһендә рәсәй хәрбиҙәре юҡ тип раҫлай. Украина көстәре Донецк аэропортын утҡа тотҡан. Донецк халыҡ республикаһының оборона министрлығы хәбәр итеүенсә, аэропортҡа илткән юлдар ҙа ут эсендә ҡалған. Ошо сәбәпле эргә-тирәләге күп ҡатлы йорттарға ут ҡапҡан. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Мерс коронавирусынан һәләк булыусылар көндән-көн арта бара. РИА новости агентлығы хәбәр итеүенсә, 444 кеше вафат булған. Үлемесле сирҙе йоҡтороуҙың 1 мең 200 осрағы асыҡланған. Рәсәй үҙәк банкы инвест-экобанк, социаль коммерция банкы һәм евроинвест банктарының лицензияларын алды. Улар хәүефле кредит сәйәсәте алып барған, кредиторҙар алдында үҙ бурыстарын ваҡытында үтәмәгән. Евроинвест банкы енәйәтсел юл менән алынған килемделегалләштереүгә ҡаршы тороу ҡануниәтен боҙған.

Яндекс.Метрика