Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәйҙең туризм буйынса федераль агентлығы илдә йәшәүселәрҙе Берләшкән ғәрәп әмирлектәре һәм көньяҡ кореяға барыуҙан тыйылып торорға саҡырҙы.Тап был илдәрҙә короновирустың таралыуы күҙәтелә. Ауырыу гриппҡа һәм пневмонияға оҡшаш. Әле Көньяҡ Кореяла был ҡурҡыныс ауырыуҙы 150 кеше йоҡторған. Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы МЕРС вирусының ҡурҡыныс менән янауын таныған.

Тбилиси ҡалаһында һыу баҫыу арҡаһында зоопарктағы 300 хайуан һәләк булған. Йыртҡыстарҙы махсус хеҙмәттәр атып үлтергән. Хәбәр ителеүенсә, 14-се июнгә ҡарай төндә Тбилиси ҡалаһы һыу аҫтында ҡалды. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 13 кеше һәләк булған.

Европа берлеге Рәсәйгә ҡаршы санкцияларҙы йыл аҙағына тиклем ғәмәлдә ҡалдырасаҡ. Был турала Чехияның сит ил эштәре министры Лубомир Заоралек белдергән. Рәсәй сит ил эштәре министры Сергй Лавров билдәләүенсә, санкциялар һәм Рәсәйгә баҫым яһарға тырышыу көрсөккә алып киләсәк. Беҙҙең ил Украиналағы хәрби конфликтта ҡатнашмауы тураһында күп тапҡырҙар белдерҙе.

Дәүләт Думаһы иртәгә байрамдарға бәйле бер-нисә закон проектын тикшерегә ниәтләй. Яңы йыл каникулдарын ҡыҫҡартыу иҫәбенә 12 апрель-космонавтика көнөн байрам көнө итеү ҡарала. Ҡайһы бер депутаттар яңы йыл каникулдарын иһә 1, 2, 7-се ғинуарҙа, Еңеү көнөн 9-сы майҙа ғына байрам итергә тәҡдим итә. Ҡалған көндәр һәр кемгә теләгән ваҡытында тәүләүле ял итеп биреләсәк.

Яндекс.Метрика