Слушай Маяк! Болей за наших! - Хоккей на Маяке - 1109052913 | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Украина буйынса контакт төркөмө һәм уның сиктәрендә ойошторолған төркөмдәр Минскта осрашып Донбасстағы вәзғиәтте көйләү юлдарын тикшерәсәк. Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров белдереүенсә, бер-береңде ғәйепләгәндән һуң, өҫтәл артына ултырып һөйләшеүҙәре бик ҡыйын.

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте БРИКС илдәренең йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы халыҡ-ара конференцияһын үткәрәсәк. Эбола киҙеүе миҫалында БРИКС илдәрендә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү уның төп темаһы булыр тип көтөлә.

Японияла ҡояш һуғып 780 кеше дауаханаға һалынған. Әле бында көндәр бер аҙ һалҡынайған. Ямғырҙар яуа башлаған. Илдең метеорология агентлығы күҙаллауҙары буйынса, һыу баҫыу һәм ер ишелеү ихтималлығы ҙур.

Ҡушма Штаттар Европала бишенсе быуын истребителдәрен урынлаштырырға йыйына. Америка министры Джеймсҡа һылтанып Ҙе Уол Стрит Джорнал хәбәр итеүенсә, Европала көстәрҙе арттырыу Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙең насарайыуына бәйле. Министр шулай уҡ Нато блогына ингән илдәрҙе хәрби сығымдарҙы арттырырға саҡырған.

22-се июндә, Бөйөк Ватан һуғышы башланған көндө, Өфөлә Хәтер акцияһы иғлан ителә. Иртәнге сәғәт 4-тә Еңеү паркында Мәңгелек ут эргәһендә митинг ойоштороласаҡ. Митинг һуңынан ветерандар, волонтерҙар, хәрби-патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәре, ҡала хакимиәте вәкилдәре Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарҙы бер минутҡа тын ҡалып иҫкә аласаҡ.  Артабан программала Мәңгелек ут мемориалына сәскәләр һалыу һәм Хәтер шәме акцияһы ҡаралған. 

Хәбәрҙәр

“Театр төнө” дуҫтарын йыя | ГТРК «Башкортостан»

“Театр төнө” дуҫтарын йыя

Бөгөн Башҡортостан театрҙарында һәр йыл һайын ойошторола килгән “Театр төнө” мәҙәни акцияһы үтә. Унда һөнәри һәм һәүәҫкәр коллективтар ҡатнаша. Тамашасылар сәхнә перфоманстарын ҡарай аласаҡ, улар өсөн оҫталыҡ дәрестәре биреләсәк, балаларға анимацион программалар күрһәтеләсәк.  Теләгәндәргә...

58 минут 7 секунд назад
Смотреть видео Балыҡ тигәнең мал булған | ГТРК «Башкортостан»

Балыҡ тигәнең мал булған

Өфөлә йәшәүсе балыҡсы ҡолонҡайҙы ҡотҡарып алыҡ ҡармаҡларға йүнәлгән егет Ҡариҙел йылғаһында бата яҙған ҡолонҡайҙы ҡотҡара. Тәүҙә уны мышы балаһы менән бутай. Ваҡиғаны видеоға төшөрөп социаль селтәргә һала, бөтә кешеләр ҡолонҡайҙың яҙмышы өсөн борсола башлай, ниһайәт ҡотҡарыусы ҡолондоң хужаһын...

2 часа 7 минут назад
Смотреть видео Республика дауыл эҙемтәләрен барлай | ГТРК «Башкортостан»

Республика дауыл эҙемтәләрен барлай

Үткән тәүлектә бер нсә районда көслө ел сыҡты.  Өфөлә бер нисә урамда ағастар һәм реклама тҡталары йығылыу һөҙөмтәһендә автомобилдәр зыян күргән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына яңынан-яңы осраҡтар тураһында хәбәрҙәр килә. Дауыл Урал аръяғы райондарында ла ҡоторған. Баймаҡта ихата эсендәге...

2 часа 8 минут назад
Смотреть видео Радий Хәбиров – Башҡортостан башлығы | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров – Башҡортостан башлығы

Ҡулланыу иҡтисадынан үҫеш иҡтисадына. Яңы тарихи арауыҡҡа аяҡ баҫҡан республиканың башлығы вазифаһын үтәй башлаған Радий Хәбиров Башҡортостан киләһе биш йылда Рәсәйҙә алдынғы биш төбәк иҫәбендә буласаҡ, тигән етди маҡсат ҡуйҙы. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай бинаһына саҡырылғандар тантанаға бер сәғәт...

2 часа 10 минут назад
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” – көн үҙәгендә | ГТРК «Башкортостан»

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” – көн үҙәгендә

“Башҡортостан”  Дәүләт телерадиоташырыуҙар компанияһының “Рәсәй” Медиа үҙәгендә  уҙасаҡ матбуғат конференцияһында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының үтәлешен ҡараясаҡтар. Телмәрселәр –БР Дәүләт төҙөлөшө рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов,  БР торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү Фондының...

2 часа 22 минуты назад
Башҡортостанда бәлиғ булмағандарға  кальян һәм электрон сигареттарҙы һатыуҙы тыясаҡтар | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда бәлиғ булмағандарға кальян һәм электрон сигареттарҙы һатыуҙы тыясаҡтар

Парламенттың 26 cентябрь көнө үтәсәк  пленар ултырышында  БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары  ошо мәсьәләне тикшерәсәк.  Яҡын киләсәктә Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә тәмәке тип табылмаған, йәғни составында тәмәке матдәләре булмаған тартыу әйберҙәрен һәм...

4 часа 55 минут назад
Башҡортостанда дауыл эҙемтәләре | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда дауыл эҙемтәләре

Башҡортостанда кисә сыҡҡан көслө ел 96 ағасты йыҡты, ике тиҫтәнән ашыу торлаҡ йортҡа зыян килтерҙе. 9 автомобиль,  ике автобус туҡталышы, 19 реклама таҡтаһы зыян күрҙе.  Республиканың 18 ауылында  ҡаза  тарыған йорттарҙың дөйөм майҙаны 2074 квадрат метр тәшкил итә. Бынан тыш 158...

6 часов 6 минут назад
Смотреть видео Башҡортостан селекционерҙары яңы виноград сорттарын сығара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан селекционерҙары яңы виноград сорттарын сығара

 Татлы, әскелтем, һутлы, Кушнаренко селекция үҙәге белгестәре һәр саҡ эҙләнеү өҫтөндә. Башҡортостан винограды һалҡындарға бирешмәй, бында 90 йылдан ашыу һынау үткән емештәр ҙә бар. Татлы, үтә лә һутлы емеште нисек кенә яратып ашамайһың, ти Хәйретдиновтар. Хәҙер бер нисә йыл улар үҙ баҡсаһында...

19 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостан хужалыҡтарына тоҡомло таналар килтереү дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан хужалыҡтарына тоҡомло таналар килтереү дауам итә

Был юлы Даниянан голштин тоҡомло 245 баш тана ҡайтты. Әле улар карантинға ябылған. Сит илдән килтерелгән һәүкәштәрҙең барыһы ла айырыуса хәүефле ауырыуҙарҙы асыҡлау йәһәтенән махсус тикшереүҙәр үтә. Таналар бер аҙна буйына юлда килде. Улар өсөн водителдәр яуаплы ине. Хәҙер малҡайҙар ҡурҡа-ҡурҡа яңы...

19 сентября 2019
Смотреть видео Законлы фатирҙарына ҡасан күсерҙәр? | ГТРК «Башкортостан»

Законлы фатирҙарына ҡасан күсерҙәр?

Өфөлә өс йөҙләгән ғаилә көн дә төҙөүселәр вәғәҙәһенә ышанып  йәшәргә мәжбүр. “Сомострой” ойошмаһына буласаҡ торлаҡ өсөн алдан уҡ аҡса тапшырған халыҡ хәҙер фатирһыҙ ҙа, аҡсаһыҙ ҙа тороп ҡалған.  Йылдар дауамында үҙ фатирҙары тупһаһына аяҡ баҫа алмаған халыҡ төҙөлөш майҙанына кәртә аша...

19 сентября 2019
Смотреть видео Радий Хәбиров тәнҡитләгән Бөрө районы хакимиәте "алтын юлдар" өсөн урында табылған ҡомдо файҙаланырға ниәтләй | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров тәнҡитләгән Бөрө районы хакимиәте "алтын юлдар" өсөн урында табылған ҡомдо файҙаланырға ниәтләй

 Әммә материал ҡулланыуға яраҡлымы-юҡмы икәне лаборатория тикшереүен үткәс кенә билдәле буласаҡ. Александр һәм Людмила Никитиндар үҙҙәрен белә белгәне бирле ошо ауылда көн күрә. Яҙ етеү менән бер ҡайҙа ла сыға алмайынса тотҡонда тороп ҡала торғайныҡ, ти улар. Айбабаш ауылы менән ҡаланы Берҙән-...

19 сентября 2019
Көслө дауыл республикала 158 ауыл-ҡасабаларҙы утһыҙ ҡалдырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Көслө дауыл республикала 158 ауыл-ҡасабаларҙы утһыҙ ҡалдырҙы

 Барлығы 36 600 кеше электр утһыҙ тороп ҡалды, тип хәбәр итә Төбәк электр утын бүлеү  компанияһы. Тәүге электр утын  һүндереүҙәр бөгөн 4сәғәт  49 минутта башланып, әле булһа дауам итә.

19 сентября 2019
Илһам ҡанаттарында | ГТРК «Башкортостан»

Илһам ҡанаттарында

Өфөлә “Спиваков тәҡдим итә...” фествале сиктәрендә  билдәле  испан скирпкасыһы, ун алты йәшлек Мария Дуэньяс сығыш яһаны. Рәсәйҙең филармоник оркестрына ҡушылып ул бөйөк  Мендельсон үлемһеҙ увертюраларын башҡарҙы. Был Марияның ғына түгел, ә бәлки һәр скрипка оҫтаһының да иң яратҡан...

19 сентября 2019
Көслө дауыл ҡупты Өфөлә | ГТРК «Башкортостан»

Көслө дауыл ҡупты Өфөлә

Бөгөн сыҡҡан көслө дауыл байтаҡ зыян яһап өлгөрҙө. Баш ҡалала, мәҫәлән, илленән ашыу граждан ярҙам һорап Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына шылтыратты. Улар автомобилдәргә ҡолап төшкән ағастар, йығылған ҡоймалар, йыртылған баннерҙар, өҙөлгән электр сымдары һәм башҡалар тураһында хәбәр итте. Өфө...

19 сентября 2019
Эсмә шарап, булма харап | ГТРК «Башкортостан»

Эсмә шарап, булма харап

Республикала алкоголизм  мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линия асылды. Тәүге көндә генә лә ете тиҫтәнән ашыу телефон шылтырауы яңғыраны. Проектты тормошҡа ашырыу “Айыҡ ауыл” төбәк конкурсы сиктәрендә атҡарыла. Сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, шылтыратыусыларҙы тәү сиратта яҡындарының эсеүе борсой...

19 сентября 2019
“Башҡорт ихаталары” | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡорт ихаталары”

Ауыл-ҡалаларҙы тәртипкә килтереүҙе маҡсат иткән республика программаһы шулай атала. Сара быйыл башланды, бөгөнгә иһә 55 обьектта төҙөкләндереү эштәре тамамланды, йәнә 338-ендә  аҙағына яҡынлаша. Быйыл республикала 400 самаһы йорт-ҡура, уларҙың ихаталарының ҡилбәт-күренеше ыңғай яҡҡа үҙгәрергә...

19 сентября 2019
Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын үтәй башланы  | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын үтәй башланы

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы Йортонда яңы етәксенең инаугурацияһы уҙҙы.  Тантаналы сара шау-шыуһыҙ һәм ҙур дәрәжәле ҡунаҡтарҙың артыҡ күп булмауы шарттарында  үтте. Радий Хәбировтың  төбәктең күп милләтле халҡы алдында ант биреүе уның үҙ вазифаларын атҡара башлауын аңлата.  Ҡанунға...

19 сентября 2019
Смотреть видео Һуңғы юлға сыҡты 4 юлаусы | ГТРК «Башкортостан»

Һуңғы юлға сыҡты 4 юлаусы

Кисә республика юлдарында  булған  юл-транспорт фажиғәләрендә 4 кешенең ғүмере өҙөлдө. Тәүлек әйләнәһендә барлығы 12 осраҡ теркәлеп, ун дүрт кеше төрлө ауырлыҡтағы тән йәрәхәте алды.  Юлдарҙа булып торған ҡазаның төп сәбәбе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуға бәйле.

19 сентября 2019
Смотреть видео Уҡтан атыу буйынса 3Д турнир | ГТРК «Башкортостан»

Уҡтан атыу буйынса 3Д турнир

Башҡорттарҙың борондан килгән шөғөлө - уҡ менән һунарсылыҡ итеү тергеҙелә. Әммә йәнлектәр урынына уларҙың өс үлсәмле күсермә моделдәре ҡулланыла. Благовещенда уҡтан атыу буйынса 3Д турнир үтте. Бер атыуҙан сәпкә тейҙергән мәргән ҡыҙ кескәй сағынан уҡ ҡулына уҡ-һаҙаҡ тоторға яратҡан. Олатаһы эшләп...

18 сентября 2019
Смотреть видео Өфө сәнғәт галереяһында үҙенсәлекле күргәҙмә асылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфө сәнғәт галереяһында үҙенсәлекле күргәҙмә асылды

Унда һынлы сәнғәттең ҡатмарлы, Башҡортостан халҡы өсөн таныш булмаған төрө – ҡайнар эмаль техникаһында башҡарылған паннолар, картиналар һәм  биҙәүес әйберҙәре урын алған. Рәсәйҙең 13 ҡалаһынан 36 эмальерҙың эштәре араһында республиканан тик 4 кенә оҫтаның исемен күрергә була. Улар Виталий...

18 сентября 2019
Смотреть видео «Айгөл иле» йәнә башҡала сәхнәһендә | ГТРК «Башкортостан»

«Айгөл иле» йәнә башҡала сәхнәһендә

Мостай Кәримдең «Айгөл иле» романтик драмаһы йәнә башҡала сәхнәһенә. Башҡорт драматургияһының иң сағыу пьесаларының береһен Өфөнөң Нур театры күрһәтәсәк. 8-ҙәр метрлы йөҙйәшәр имәндәр, ике актерҙар составына 50-гә яҡын яңы тегелгән костюм... Ижад миҙгеле әле асылмаған әммә коллектив ҡыҙыу эш...

18 сентября 2019
Смотреть видео “Йәшә, урман!” | ГТРК «Башкортостан»

“Йәшә, урман!”

Башҡортостан “Йәшә, урман!” Бөтә Рәсәй экология акцияһына ҡушылды. Урмансыларҙың һөнәри байрамы алдынан Ҡырмыҫҡалы районындағы Зәңгәр күл янында урындағы халыҡ, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар һәм студенттар 12 мең төп ағас ултыртты. Бишенсе класта белем алыусы Иван һәм Эмилия беренсегә...

18 сентября 2019
Смотреть видео "Таҙа Танып" экология акцияһы | ГТРК «Башкортостан»

"Таҙа Танып" экология акцияһы

Балтас районында "Таҙа Танып" тип аталған экология акцияһы үтте. Уның сиктәрендә минуципалитеттың барлыҡ йылғалары һәм һәм һыу ятҡылыҡтары тирәләй шәмбе өмәләре ойошторолдо. Был биләмәләрҙе район халҡы үҙ көсө менән тәртипкә килтерҙе. Акцияла Башҡортостандың башҡа төньяҡ-көнсығыш райондары ла...

18 сентября 2019
Яндекс.Метрика