Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре

Викиликс Францияның бер-нисә баҫмаһы менән берлектә Америка махсус хеҙмәттәренең Францияға ҡаршы ҡара эштәрен фаш итте. Милли именлек агентлығының биш хисабынан күренеүенсә, Ҡушма Штаттар 2004-се йылдан 2012-се йылға тиклем Франция етәкселәрен һәм иҡтисадсыларын күҙәткән.

Японияла магнит мендәрендәге поездың тиҙлеге сәғәтенә 603 саҡырымға еткән. Элекке рекордты ла ошо уҡ поезд 2003-сө йылда ҡуйған. Поездың яңы рекорд ҡуйыуын бик күп кеше күҙәткән.

Греция етәкселеге Европа берлеге институттарын Европа судына бирергә ниәтләй. Илдең финанастар министры Янис Варуфакис Европа үҙәк банкын Грецияның банк системаһын юҡ итергә тырышыуҙа ғәйепләгән. 5-се июль илдә кредиторҙар программаһын ҡабул итеү буйынса референдум үтәсәк. Греция премьеры Алексис Ципрас кредиторҙар шарттарына ҡаршы тауыш бирергә саҡырған.

Һиндостандың Мумбаи ҡалаһында тимер юл станцияларының береһендә пассажир поезы платформаға бәрелә.  Тәүге вагон күтәрелеп китеп платформаға  ята. Һиндостан телевидениеһы хәбәр итеүенсә, составты йөрөтөүсе билдәләнгән тиҙлекте арттырып идара итеүҙе юғалтҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдә биш кеше йәрәхәтләнгән, өс кеше дауаханаға һалынған.

Яндекс.Метрика