Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донецк халыҡ республикаһы үҙ биләмәһендә махсус үҙидара режимы индерҙе. Республика башлығы Александр Захарченко белдереүенсә, Донецк Минск килешеүҙәрен үтәү өсөн ошондай аҙымға барырға мәжбүр, сөнки Киев яғынан килешеү даими боҙола.

Греция хөкүмәтенең бер аҙнаға банктарҙы ябыу тураһындағы ҡарары халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Кешеләр банкоматтар янына сиратҡа тороп аҡсаларын ала башланы. Һуғышып китеү осраҡтары ла бар тип хәбәр итә мөғлүмәт агентлыҡтары. Грециялағы көрсөк сәбәпле донъяның иң бай кешеләре 70 миллиард долларын юғалтҡан.

Себерҙә урман янғындарының майҙаны 44 гектарҙан ашып киткән. Бүрәт республикаһында, Алтайҙа, Томск, Иркутск өлкәләрендә. Красноярск крайында урмандар яна. Үткән тәүлектә генә 22 урында ут һүндерелгән.

Британияла йәшәүселәр Стоунхедж өҫтөнән осоусы билдәһеҙ объектты фотоға төшөрөп алған. Шаһиттар әйтеүенсә, диск  боронғо таштар өҫтөндә торғандан һуң төнгө һауала юғалған. 

Яндекс.Метрика