Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй үҙәк банкы бөгөндән Мәскәүҙәге Старый Кремль һәм Клиентсикй банктарының лицензияһын тартып алды. Улар  енәйәтсел юл менән алынған килемдәрҙе легалләштереү һәм террорҙы финанслау тураһындағы ҡануниәт талаптарын үәтәмәгән.

Ҡытайҙа ер тетрәгән. Рихтер шкалаһы буйынса уның көсө 6 баллға еткән. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында мәғлүәмт юҡ.

Рәсәй Союз-У ракетаһын космосҡа осорҙо. Был апрелдәге авариянан һуң йыһанға осоусы тәүге карап. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, апрель аҙағында 2 тонна ярым йөк тейәгән рәсәй космос карабы радарҙарҙан юғалғайны. Орбитанан сығып ул 8-се май ул Тымыҡ океан төбөнә китте.

Америка президенты Барак Обаманы Германия канцлеры Ангела Меркель менән ауыр һөйләшеү көтә.   Викиликс милли именлек агентлығының Ангела Меркель һәм тағы ла бер-нисә министрҙың телефондан һөйләшкәндәрен тыңлауы тураһындағы хәбәр итте. Канцлер хакимиәте  Американың Германиялағы илсеһен саҡыртып һөйләшкән. Әммә һөйләшеү йомғаҡтары тураһында хәбәр ителмәй.

Яндекс.Метрика