Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Грецияла йәшәүселәрҙең 32 проценты кредиторҙар тәҡдименә юҡ тип тауыш  биргән. Уларҙы  яҡлаусылар 39 процент самаһы. Бөгөн мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәр итеүенсә, Европа илдәре етәкселәре Греция менән артабанғы бәйләнештәр буйынса һөйләшеүҙәр башлай. Бөгөн Германия канцлеры Ангела Меркель  Франсуа Олланд менән осрашыу өсөн Францияға оса.

Грециялағы референдумдан һуң нефттең брент маркаһына хаҡ бер баррелгә 60 долларға тиклем төшкән. Блумберг агентлығы хәбәр итеүенсә, афиналағы хәл нефть хаҡына туранан-тура йоғонто яһай. Шулай уҡ евроның доларға ҡарата курсы ла арзанайған.  

Америка президенты Барак Обаманы Германия канцлеры Ангела Меркель менән ауыр һөйләшеү көтә.   Викиликс милли именлек агентлығының Ангела Меркель һәм тағы ла бер-нисә министрҙың телефондан һөйләшкәндәрен тыңлауы тураһындағы хәбәр итте. Канцлер хакимиәте  Американың Германиялағы илсеһен саҡыртып һөйләшкән. Әммә һөйләшеү йомғаҡтары тураһында хәбәр ителмәй.

Туниста 38 туристы үлтереүсе 23 йәшлек террорсы аниматор булып эшләгән. Уның 1992-се йылда тыуыуы, университеттың һуңғы курсында уҡыуы билдәле. Таныштары әйтеүенсә, егет алкоголле эсемлектәр менән мауыҡҡан, наркотиктар ҡулланған. Террор ғәмәле өсөн яуаплылыҡты Ислам дәүләте үҙ өҫтөнә алған. 

Яндекс.Метрика