Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Яңы Мәскәүҙәге төҙөлөш баҙарында янғын мең квадрат метрҙы ялмап алған. Ғәҙәттән тыш хәл урынында өс вертолет эшләй. Йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй.

Халыҡ-ара валюта фонды етәксеһе Кристин Лагард әйтеүенсә, Грецияға яңы кредиттар бирелмәйәсәк. Был турала фонд вәкиле Рейтер агентлығына белдергән. Уға тиклем Лагард афиндарға өҫтәмә ярҙам күрһәтеү ихтималлын инҡар итмәгәйне. Йәкшәмбе Греция халҡы милли референдумда сығымдарҙы кәметеүгә ҡаршы тауыш бирҙе.

Киевта ришүәт алыуҙа ғәйепләнеп Украинаның генераль прокуратураһынан бер-нисә етәксе ҡулға алынған. Уларҙан 500 мең доллар, ҡиммәтле ҡағыҙҙар  тартып алынған.

Чурюмов-Герасименко кометаһында тормош булыуы ихтимал. Ғалимдар әйтеүенсә, кометалағы органик ҡатнашмалар ошоға ишаралай.  Был кометаға Розетта аппараты 11 йыл элек осоролғайны. Ошо арауыҡта ул 6 триллион 400 миллиард саҡырым үтте. 

Яндекс.Метрика