Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Омскийҙа казарма емерелеү сәбәпле 13 хәрби һәләк булған. Уларҙың араһында Башҡортостандан ике кеше лә бар. 12 кеше бик ауыр хәлдә өлкә дауаханаларында ята. 10 хәрби хәбәрһеҙ юғалған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Германия канцлеры Ангела Меркель, Франция президенты Франсуа Олланд, Европа шураһы башлығы Дональд Туск һәм Греция премьеры Алексис Ципрас бурыстар мәсьәләһен хәл итеү буйынса берлектәге проект булдырған. Тик хәҙер уны Европа берлегенә ингән илдәр етәкселәре хупларға тейеш.

Ҡытайҙың көнсығыш райондары Чан-хом тайфуны ябырылған. Ҡайһы бер райондарҙы һыу баҫҡан, ер ишелгән, транспорт хәрәкәте туҡтаған.  Миллион кеше имен урындарға күсерелгән. Ҡытайҙың киң мәөлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Чан-Хом иң көслө тайфундарҙың береһе.

 

Олигарх Коломойскийҙың элекке комбаттары өсөнсө майҙанға әҙерләнә.  Элекке командирҙар, парламент коалицияһы депутаттары Украинаның әлеге президентына ҡаршы сығыш яһарға әҙерләнә. Әле Украинала хәлдәр тыныс түгел Уң сектор һуғышсылары тәртипһеҙлектәр ойоштора.

Яндекс.Метрика