Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Берләшкән ғәрәп әмирлектәренең иң ҙур ҡалаларының береһе Дубайҙа көслө янғын сыҡҡан. Урындағы киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, диңгеҙҙә ике судно яна. Ҡара төтөн мегаполистың икенсе осонда ла күренә. Янғынға нимә сәбәпсе булғаны билдәле түгел. Сәғүд Ғәрәбстаны етәкселегендәге коалиция Йемендың башҡалаһы Сананы Берләшкән милләттәр ойошмаһы гуманитар тыныслыҡ тураһында иғлан итеп ике сәғәт үткәндән һуң утҡа тотҡан. Урындағы халыҡ көслө шартлауҙар тураһында хәбәр итә. Әле Йеменда 21 миллион кеше гуманитар ярҙам көтә. Японияла көн тейеп 4 кеше һәләк булған. Меңләгән кеше әле дауаханаларҙа ята. Айырым префектураларҙа 37-40 градуслыҡ эҫе көндәр һаҡлана. Метеорологтар халыҡты кондиционерҙар менән ҡулланырға, күпләп һыу эсергә саҡыра. Грецияла дәүләт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы дөйөм забастовка үткәрергә саҡырҙы. Тап 15-се июль ил парламенты кредиторҙарҙан финанс ярҙам алыу өсөн үҙгәртеп ҡороуҙар мәсьәләһе буйынса тауыш бирәсәк.
Яндекс.Метрика