Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Детройтта 13 ҡатлыҡ отель емерелгән. Ҡаланан халыҡ күпләп күсеп киткәс, ул 2003-сө йылда ябыла һәм ошоға тиклем буш торған. 2006-сы йылда бина Ҡушма Штаттарҙың тарихи биналар исемлегенә индерелә. Әммә был да уны емерелеүҙән ҡотҡара алмай. 
Францияла йәйге селлә. Бер аҙнала ғына 40 градуслыҡ эҫенән 700 кеше һәләк булған. Илдең һаулыҡ һаҡлау министрына һылтанып донъяның киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, табиптар  кешеләргә тейешле  медицина ярҙамы күрһәтеп өлгөрә алмай. 
Ҡытайҙа нефть-химия заводында янғын сәбәпле дүрт көслө шартлау яңғыраған. Был кадрҙарҙы интернет селтәрендә ҡарарға мөмкин. Янғын иртән башланған. Шаһиттар әйтеүенсә, тәүҙә шыйыҡса тултырылған һауыт янып китә, һуңынан шартлауҙар яңғырай. 

 

Яндекс.Метрика