Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Европала МЕРС вирусынан бер ир һәләк булған. Кореяла был короновирустан үлеүселәр 154 кә еткән. Илдә 2 мең уҡыу йорто, мәктәпкәсә учреждениелар ябылған, күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы сараларҙы үткәреү тыйылған. МЕРС вирусы тәүге тапҡыр 2012-се йылда Сәғүд ғәрәбстанында асыҡланған. Әле уға ҡаршы дарыу ҙа, вацина ла юҡ.

Америка Рәсәйҙең атом көстәрен континент-ара ракеталар менән тулыландырыу теләгенә борсолоу белдерҙе.  Рәсәй ҙә, Ҡушма Штаттар ҙа артҡа аҙым яһарға тейеш түгел. Бер кемдең дә һалҡын һуғыш ососрона ҡайтыу теләге юҡ, тигән Американың дәүләт секретары Джон Керри. Ул шулай уҡ  НАТО-ның киңәйеүе сәбәпле Рәсәй етәкселегенең борсолоуҙарын да аңлауы тураһында белдергән. Был мәсьәләләрҙе һөйләшеүҙәр юлы менән хәл итеп була тигән Керри.

Хеҙмәт хаҡын конверттарҙа түләгән етәкселәргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ. Рәсәй Дәүләт Думаһына ошо туралағы закон проекты тапшырылған. Документҡа ярашлы, предприятиелар директорҙарына 500 мең һумға тиклем штраф һалыу йәки 3 йылға иркенән мәхрүм итеү ҡарала. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, илдә конверттарҙа түләнгән хеҙмәт хаҡының өлөшө 50 проценттан ашыу

Мысыр суды илдең элекке президенты Мөхәмәт Мурсиҙы үлем язаһына  тарттырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Хөсни Мөбәрәктан һуң власҡа килгән Мурси 2011-се йылда төрмәнән ҡасҡан өсөн үлемгә тарттырыла. Мысырҙа эшмәкәрлеге тыйылған мосолман ҡәрҙәштәр ойошмаһының ҡайһы бер етәкселәренә ҡарата дәүләткә хыянат итеү һәм сит дәүләт файҙаһына эшләү статьялары буйынса ҡарар сығарылғайны. Мурси барлыҡ ғәйепләүҙәрҙе кире ҡаға. 

Яндекс.Метрика