Дарим автомобиль к 90-летию «Радио России Башкортостан» - 1243930367 | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Франция президенты Франсуа Олланд  Джоурнал Ди Дименше журналында баҫылған мәҡәләлә үҙаллы бюджеты һәм парламенты булған Европа биләмәһе хөкүмәтен төҙөргә саҡырған. Ул  Грециялағы көрсөк сәбәпле Европала йәшәүселәрҙең  евроға ышанысы кәмей барыуын да танырға мәжбүр.
Дәүләт думаһының элекке рәйесе Геннадий Селезнев 68-се йәшендә вафат булды булды. Ул ҡаты ауырыны һәм һуңғы көндәрҙә һаулығы ҡапыл насарайҙы тип хәбәр иткән уның кейәүе Андрей Андреев. Геннадий Селезнев икесе һәм өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Думаһының рәйесе булып эшләне, Дәүләт Думаһы депутаты булып һайланды. 
Американың Калифорния штатында урман янғындары сәбәпле кешеләр  үҙ машиналарын юлда ҡалдырып китергә мәжбүр.  20 машина янып бөткән, тағы ла уны зыян күргән. Утты һүндереүгә 1 мең кешә һәм вертолеттар йәлеп ителгән. 
Ливияның  хәрби самолеты Бенгази янында  судноны диңгеҙ төбөнә ебәргән. Ҡорал һәм Көнсығыш төбәктә террорҙы яҡлаусы  һуғышсыларҙы тейәгән  судно һыуға батырылды тип хәбәр иткән илдең хәрби һауа көстәре вәкиле.

 

Хәбәрҙәр

Киләһе йылдан Рәсәйҙә яңы тыуған һәр сабыйға бүләк тапшырыласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Киләһе йылдан Рәсәйҙә яңы тыуған һәр сабыйға бүләк тапшырыласаҡ

Бүләктәр әсәләргә бала табыу йортонан сыҡҡанда биреләсәк. Белгестәр фекеренсә, башланғыс демографик хәлде яҡшыртыуға ла етди этәргес бирергә тейеш. Проектты финанслау тәртибе хаҡында әлегә аныҡ тәҡдимдәр юҡ. Башҡортостанда  әле бөтә әсәләр ҙә бала табыу йортонан сыҡҡанда бүләктәр ала. Уға йоҡа...

20 октября 2017
 «Өфө» халыҡ-ара аэропортына Мостай Кәрим исеме менән аталған самолет осоп килде | ГТРК «Башкортостан»

«Өфө» халыҡ-ара аэропортына Мостай Кәрим исеме менән аталған самолет осоп килде

Башҡортостан еренә аяҡ баҫҡан һәр пассажир ҡәнәфер менән бүләкләнде. Самолетты Мостай Кәримдең исеме менән йөрөтөү башланғысы менән Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов сығыш яһағайны. 

20 октября 2017
Смотреть видео Республика йәмәғәтселеге бөгөн халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала | ГТРК «Башкортостан»

Республика йәмәғәтселеге бөгөн халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала

Бөйөк шәхестең исемен мәңгеләштереп, Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияла башҡорт драматургияһы музейы асылды. Бар күңелен ижадҡа бағышлаған, сикһеҙ ихлас, алсаҡ, халҡым, илем тип янған әҙибебеҙ күптәр өсөн өлгө ине. Ижад емешен киләсәк быуынға тапшырған Мостафа Сафа улы башҡорт әҙәбиәтенә ҙур...

20 октября 2017
Республика йәмәғәтселеге бөгөн халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала | ГТРК «Башкортостан»

Республика йәмәғәтселеге бөгөн халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала

Мостай Кәрим Башҡорт АССР-ы ойошторолған йылда донъяға килгән. Ил ағаһының тормош һәм ижад юлы Башҡортостанға һәм унда йәшәгән һәр милләт вәкиленә мөхәббәт менән һуғарылған.Юғары күңелле, сикһеҙ ихлас, алсаҡ, халҡым, тип янған ил улы күптәр өсөн өлгө, өмөт һәм ышаныс сығанағы ине. Яратып, ихтирам...

20 октября 2017
Смотреть видео Республика башлығы бөгөн эш сәфәре менән Стәрлетамаҡта | ГТРК «Башкортостан»

Республика башлығы бөгөн эш сәфәре менән Стәрлетамаҡта

Рәстәм Хәмитов бер нисә сәнәғәт объекты менән танышып сыҡты, артабан ул Ишембай предприятиелары һәм социаль объекттарында булырға ниәтләй. 

20 октября 2017
Смотреть видео Йорт өсөн көрәш | ГТРК «Башкортостан»

Йорт өсөн көрәш

Дыбковтар ғаиләһе инде дүрт йыл үҙҙәренең торлағы өсөн көрәшә. 2013 йылда “Интеграл” ойошмаһы күп ҡатлы йорт төҙөп шәхси өйҙө емерек хәлгә әйләндерә. Икенсе урынға күсеү мөмкинлеге булмағас, ғаилә хәҙер йыл һайын өйҙә ремонт эшләргә мәжбүр. Йыл һайын өй эсендә ремонт эшләү – беҙҙең өсөн ғәҙәти...

20 октября 2017
Смотреть видео Енәйәтсе ҡыҙҙарға ни өсөн атҡанын аңлата алманы | ГТРК «Башкортостан»

Енәйәтсе ҡыҙҙарға ни өсөн атҡанын аңлата алманы

Йәй көнө өс ҡыҙға пневматик ҡоралдан атыусы ирҙең эше буйынса Шишмә районы суды ҡарар сығарҙы. Ул өс йылға иркенән мәхрүм ителә. Әммә  сабыйҙарҙың ата-әсәһе ҡарар менән риза түгел. Нил Ибраһимовтың эше буйынса был судтың икенсе ултырышы. Был юлы зыян күреүсе балаларҙың ата-әсәләре талабы...

20 октября 2017
Бөгөндән административ хоҡуҡ боҙоуҙар регламентына яңы үҙгәрештәр үҙ көсөнә инә. | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөндән административ хоҡуҡ боҙоуҙар регламентына яңы үҙгәрештәр үҙ көсөнә инә.

Улар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙарына ҡағыла. Төп яңылыҡтарҙың береһе инспекторҙарҙың автомобилдәрҙе туҡтатыу хоҡуғының киңәйтелеүе менән бәйле.  Юл полицияһы хәҙер теләһә ниндәй ерҙә, стационар поста, автомобилдә хатта патруль автомобиле булмаған осраҡта ла туҡтауҙы талап итеп...

20 октября 2017
Әҙәбиәтебеҙ маяғы | ГТРК «Башкортостан»

Әҙәбиәтебеҙ маяғы

Башҡортостанда бөгөн халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 98  йыл тулыуға арналған рәсми саралар башланды.  Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияла, мәҫәлән, башҡорт драматурияһы музейы асыла. Уҡыу бүлмәһендә төрлө  драматургтар тормошона һәм ижадына арналған мәғлүмәттәр, рәсми...

19 октября 2017
Смотреть видео Ислам-тыныслыҡ дине | ГТРК «Башкортостан»

Ислам-тыныслыҡ дине

Бөгөн Өфөлә заман мәғрифәтендә ислам ҡиммәттәренә арналған конференция үҙ эшен башланы. Унда төрлө дәүләттәрҙән 500 делегат ҡатнаша. 

19 октября 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Украинаның Юғары радаһы бинаһы янында хоҡуҡ һаҡлаусылар менән ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар һуғышҡан. Полиция күҙҙән йәш сығара торған газ ҡулланған. Киевта  митингты Одессаның элекке губернаторы Михаил Саакашвили ойошторған. Ул президент Порошенконың вазифаһынан китеүҙе талап итә....

19 октября 2017
Республикала иртәгәнән  һыуыта башлай | ГТРК «Башкортостан»

Республикала иртәгәнән һыуыта башлай

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, ял көндәрендә төндә 1, 6, аяҙытҡанда  11 грдусҡаса һыуытасаҡ. Урыны менән епшек ҡар яуыуы, ваҡытлыса ҡар ятыуы көтөлә. Юлдарҙың ҡайһы бер  өлөштәрендә, айырыуса төндә һәм иртәнсәк боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы ла йорт...

19 октября 2017
Смотреть видео Өфөлә матурлыҡ салоны етәкселегенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә матурлыҡ салоны етәкселегенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды

Уның етәкселеге мутлашыуҙа ғәйепләнә. Өфөлә ғауға сығарған матурлыҡ салоны ҡара быяла артына йәшенгән, офис ныҡлы һаҡ аҫтында. Был хеҙмәткәрҙәргә шөрләр сәбәп бар - асыулы клиенттар, бәйләнсек журналистар һәм хәҙер инде Эске эштәр министрлығы косметологтарға ҡаршы енәйәт эше асылғанын хәбәр итте....

19 октября 2017
Башҡортостан грипп эпидемияһына әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан грипп эпидемияһына әҙерләнә

Быйыл ул декабрҙә үк башланасаҡ.  Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, киҙеү осоронда вирустың 3 штамы   көтөлә. Уларҙың беренсе күптәргә сусҡа киҙеүе булараҡ билдәле, икенсеһе-Гонконг, өсөнсөһө-Брисбен. Белгестәр Башҡортостан шарттарында тап сусҡа киҙеүе...

19 октября 2017
Өфөлә наркотиктар һатыусы дүрт кеше суд алдында яуап бирәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә наркотиктар һатыусы дүрт кеше суд алдында яуап бирәсәк

Полиция хеҙмәткәрҙәре  ағыулы матдәләрҙе күмәртәләп һатыу менән 28 йәшлек ир һәм 20 йәшлек ҡыҙ шөғөлләнгәнен асыҡлаған. Улар интернет селтәрендә наркотик һатып алырға теләүселәрҙе тапҡан һәм электрон иҫәпкә аҡса күсереүҙе һораған. Тилерткес матдәләҙе  Өфөлә һәм Туймазыла йәшерен урындарҙа...

19 октября 2017
Смотреть видео Башҡортостанда ауыл хужалығы кооперацияһы программаһы тейешле кимәлдә бойомға ашырылмай | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ауыл хужалығы кооперацияһы программаһы тейешле кимәлдә бойомға ашырылмай

Республика башлығы был хаҡта бөгөн ошо мәсьәләгә арналған ултырышта белдерҙе. 

19 октября 2017
Был аҙна аҙағында Өфөлә ҡар яуыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Был аҙна аҙағында Өфөлә ҡар яуыуы көтөлә

Синоптиктар көҙгө-ҡышҡы осорға күҙаллау яһаны.Башҡортостанда ноябрҙә ҡар ятасаҡ.  Айҙың тәүге көндәренән үк һыуытасаҡ, тип иҫкәртә синоптиктар. Күпләп ҡар яуыуы ла ихтимал. 8 ноябрҙән көндәрҙең 10 градусҡаса һыуытыуы ихтимал. Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һалҡындар төшкәнен көтмәй...

18 октября 2017
Смотреть видео Күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа яңы алымдар | ГТРК «Башкортостан»

Күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа яңы алымдар

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа яңы алымдар ҡуллана. Табиптар молекуляр хирургия ярҙамында селтәрле шекрәгә операция яһай. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары уйлап тапҡан яңы ысулдар менән сит ил табиптары ла ҡыҙыҡһына башлан....

18 октября 2017
Смотреть видео “Сталинград йөрәге” проектында Башҡортостанда йәшәүсе ветеран ҡатнаша | ГТРК «Башкортостан»

“Сталинград йөрәге” проектында Башҡортостанда йәшәүсе ветеран ҡатнаша

Өфөлә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәсән Хөснөризалов Волгоград дәүләт телерадиокомпанияһы башҡа төбәктәрҙәге хеҙмәттәштәре менән бергә үткәргән “Сталинград йөрәге” проектында ҡатнаша. Сталинград өсөн һуғышҡан ҡаһармандар телеэфирҙа иҫтәлектәре менән уртаҡлаша, бер-береһен ҡотлай, йәш...

18 октября 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Миграция буйынса Халыҡ-ара ойошма Мьянманан Бангладешҡа 582 мең рохиджа күсенгән тип хәбәр иттте. Ике дәүләт араһында оҙон сираттар барлыҡҡа килгән. Тымыҡ океан флоты хәрбиҙәренең Камчаткала күләмле күнекмәләре тамамланды. Уларҙа 2 мең хәрби, 300 берәмек техника, 20 корабль, тиҫтәләгән вертолет...

18 октября 2017
Башҡортостанда илдәге тәүге геопарктарҙың береһе булдырыласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда илдәге тәүге геопарктарҙың береһе булдырыласаҡ

Янған-тау атамаһын алған халыҡ-ара объект Салауат районы биләмәһендә урынлашасаҡ. Республика хөкүмәтендә үткән президиум ултырышында ЮНЕСКО-ға инәсәк айырым һаҡланған биләмәне төҙөү проекты раҫланды. Геопарк өсөн быға тиклем Бөрйән районы, шулай уҡ Торатау ҙа тәҡдим ителгәйне. Эксперттар Салауат...

18 октября 2017
Конституция судында сираттағы ултырыш | ГТРК «Башкортостан»

Конституция судында сираттағы ултырыш

Ерҙе бушлай хосусилаштырып өлгөрмәгән кешеләр ғәйепте был өлкәләге мөнәсәбәттәрҙе көйләү тураһындағы республика законынан эҙләй. Башҡортостандың Конституция Суды сираттағы ултырышында  ошондай ғаризаларҙың береһен тикшерҙе. Ризуан Хафизов республиканың төп законы һағындағы орган ҡарамағына...

18 октября 2017
Смотреть видео Ғәҙеллек ҡайҙа? | ГТРК «Башкортостан»

Ғәҙеллек ҡайҙа?

Бөрөлө һыу менән тәьмин итеүсе ойошма исеме һәм етәксеһе алышыныу арҡаһында Бөрө халҡы бер ай эсендә һыу өсөн ике тапҡыр түләгән. Халыҡ тамам аптырашта ҡалған. Урындағы етәкселәр халыҡтың аһ-зарын ишетергә теләмәй. Эльмира Шәмсетдинова һыу өсөн аҡсаны ай һайын ваҡытында түләп бара. Тик сираттағы...

18 октября 2017
Смотреть видео Стәрлетамаҡта үҫмер маршрут автобусы аҫтында ҡалған | ГТРК «Башкортостан»

Стәрлетамаҡта үҫмер маршрут автобусы аҫтында ҡалған

Шаһиттар хәбәр итеүенсә, водитель светофорҙың ҡыҙыл утына үтеп өлгөрөргә тырышып уҡыусыны тапатҡан.  11 йәшлек малайға урында уҡ тәүге медицина ярҙамы күрһәтелгән. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, юл-транспорт фажиғәһендә автобус водителе ғәйепле.

18 октября 2017
Ноябрь башында беҙҙе оҙайлы ял көндәре көтә | ГТРК «Башкортостан»

Ноябрь башында беҙҙе оҙайлы ял көндәре көтә

Дәүләт байрамы шәмбегә тура килеү сәбәпле 4-нән 6-сы ноябргә тиклем ял тип иғлан ителә. Шул рәүешле йома көндө, 3 ноябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

17 октября 2017
Смотреть видео Рәсәй космонавтарының тиңһеҙ батырлығы | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй космонавтарының тиңһеҙ батырлығы

1985 йылда космонавт Владимир Джанибеков һәм Виктор Савиныхтың батырлығын күрһәткән «Салют-7» фильмы экрандарға сыҡты. Бынан өс тиҫтә йыл элек йыһанда булған ысын хәлде күрһәтеү өсөн тик сценарий  ғына 13 тапҡыр яҙыла, уны төшөрөүгә лә хәтһеҙ ваҡыт китә. 1985 йылда   “Салют-7”...

17 октября 2017
Смотреть видео Ошо минуттарҙа Өфөлә Рәсәй энергетика форумы үтә | ГТРК «Башкортостан»

Ошо минуттарҙа Өфөлә Рәсәй энергетика форумы үтә

Унда ил өсөн мөһим булған мәсьәләләр тикшерелә. Хәбәрсебеҙ Закир шәрипов беҙҙең студия менән тура бәйләнешкә сыға. 

17 октября 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Калифорнияла урман янғындарында 10 кеше һәләк булған. 20 мең кеше эвакуацияланған. 1 мең 500 йорт утта янып көлгә әйләнгән. Өс округта ғәҙәттән тыш хәл индерелгән. Каталония хөкүмәте башлығы Карлес Пучдемон һәм башҡа етәкселәр бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеү тураһындағы документҡа ҡул ҡуйған....

17 октября 2017
Смотреть видео Һатыусы бәйләнештә юҡ | ГТРК «Башкортостан»

Һатыусы бәйләнештә юҡ

Өфөлә йәшәүсе интернет-бизнесмен клиенттарын 3 миллион һумға алдаған. Балалар тауарҙары менән сауҙа итеүсе “Бәйләшнештә” социаль селтәре аша заказдар йыйып күмәртәләп һатып алыуҙар ойоштора. Интернет аша әйбер һатып алыу хәҙер бер кем өсөн дә ят күренеш түгел. Уңайлы, тиҙ, иң мөһиме арзан....

17 октября 2017
Туймазы һәм Бүздәк райондарында халыҡтың бешмә менән зарарланыу осрағы теркәлмәгән | ГТРК «Башкортостан»

Туймазы һәм Бүздәк райондарында халыҡтың бешмә менән зарарланыу осрағы теркәлмәгән

Был хаҡта Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмдинов белдерҙе. Туймазы һәм Бүздәк райондарында әле карантин иғлан ителгән. Туймазы районында сир асыҡланғас та, малдарға прививка яһалды. Унан бер аҙна эсендә бешмәгә ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килә. 10 көн үткәс ҡабаттан вакцина...

17 октября 2017
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика