Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Төркиәләге мәҙәни үҙәктә шартлауҙы ойоштороу 18 йәшлек ҡыҙҙың эше. Был турала Спутник агентлығы хәбәр итте. Мәғлүмәт рәсми раҫланмаған, әммә ил етәкселәре  был террор ғәмәлен ҡылыусылар радикаль төркөмдәргә ҡарай тип фаразлай. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 30 кеше һәләк булған, йөҙҙән ашыу кеше яраланған.
Польшала ғәҙәттән тыш хәл. Ҡойма ямғырҙар сәбәпле илдә миллиондан ашыу кеше утһыҙ ҡалды. Бынан тыш, көслө ел йорт ҡыйыҡтарын,  ағастарҙы тамыры менән алып ырғытҡан, автомобилдәрҙе түңкәргән.
Көньяҡ Корея хакимиәттәре илгә  МЕРС вирусынан ҡурҡыныс янамай тигән рәсми белдереү яһаны. Короновирус бик күп илдәрҙе берлектә эшләргә һәм хәүефһеҙлек саралары күрергә мәжбүр итте. Ҡурҡыныс ауырыуҙан илдә 40-ҡа яҡын кеше һәләк булған. 
Парашютсыларҙың яңы рекорды. Авиашоу ваҡытында 30 парашютсы Бөркөт ояһы исемле трюк менән донъяла киң билдәлелек алды. Бер-нисә ай дауамындағы әҙерлек бушҡа китмәгән. Команда һигеҙ секторға бүленеп һауала өс-дүрт фигура эшләргә тейеш ине. 30  спортсының берҙәм эш итеүе һөҙөмтәһендә бер-нисә саҡырым бейеклектә яңы рекорд ҡуйылды.

 

Яндекс.Метрика