Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Туристарға Төркиәгә ял итергә барыуҙан тыйылып торорға кәрәк. Сүриә менән сик буйындағы теракт сәбәпле 30 кеше һәләк булды. Ҡанлы ғәмәлдән һуң Истанбул урамдарына йөҙләгән кеше сыҡты. Улар хакимиәттәрҙе террорсыларға булышлыҡ итеүҙә ғәйепләй һәм хөкүмәттең отставкаға китеүен талап итә.
Актер Жерар Депардье Украинала ҡара исемлеккә индерелгән. Рәсми Киев фекеренсә, ул илдең милли именлегенә янай. Хәҙер инде Украинаның киң мәғлүмәт сараларына француз актерының исемен әйтеү тыйыла. Телевидение каналдарында һәм кинотеатрҙарҙа уның ҡатнашлығындағы фильмдар ҙа күрһәтелмәйәсәк. 
Тажикстан Хөкүмәте ярҙам һорап донъя йәмәғәтселегенә мөрәжәғәт итте. Илдә көндәр эҫе торғанлыҡтан тауҙарҙа боҙ ирей башлаған. Был үҙ сиратында ер ишелеүгә килтерә. Ошо сәбәпле күрелгән зыян күләме 100 миллион долларҙан ашып киткән. 
Чечняла 1пассажир менән микроавтобус упҡынға ҡолаған. Уларҙың барыһы ла һәләк булған. 6 пассажир бик ауыр хәлдә. Чечня президенты фажиғәғә тарыусыларҙы дауалау өсөн иң яҡшы табиптарҙы йәлеп итергә ҡушҡан. Һәләк булыусыларҙың барыһы ла Дағстандың Анди ауылынан.

 

Яндекс.Метрика