Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй хәрбиҙәре Тополь ракета комплексын эшләй башлауҙың 30 йыллығын билдәләй. Илдә 100-гә яҡын ошондай ракета хәрби дежурҙа  тора. Киләсәктә уларҙы ЯРС исемле яңы комплек алмаштырасаҡ. 
Америкала меңләгән кеше Барак Обаманың Иран атом программаһы буйынса килешеүгә ҡул ҡуйыуына ҡаршы булыуын белдереп митингҡа сыҡҡан. Уны ойоштороусылар был килешеү халыҡ-ара именлекте ҡурҡыныс аҫтына ҡуя тип иҫәпләй. Берләшкән милләттәр ойошмаһының именлек шураһы ҡабул иткән резолюция Ирандың атом программаһын халыҡ-ара контролгә ҡуя.
Рәсәй Хөкүмәте халыҡ-ара космос станцияһы менән 2024-се йылға тиклем файҙалана ала. Был турала Байконур космодромында үткән матбуғат конференцияһында Роскосмос етәксеһе Игорь Комаров белдерҙе. 

 

Яндекс.Метрика