Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Бөгөн Киев дәүләт бурысының бер өлөшөн-120 миллион доллар түләргә тейеш. Кире осраҡта илде техник дефолт көтә, тип хәбәр итә мәғлүмәт агентлыҡтары. Әле украинаның дәүләт бурысы 70 миллиард долларҙан ашыу.
Сүриә менән Төркиә араһындағы мөнәсәбәттәр ҡатмарлаша.  Бөгөн сик буйында төркиәнең полиция хеҙмәткәре үлтерелгән. 4 төрөк яраланған. Ошо сәбәпле Анкара көньяҡ-көнсығышҡа хәрби самолеттарын осорған. 
Ғалимдар йыһанда ергә оҡшаш планета тапҡан. Уға Кеплер тигән исем бирелгән. Ерҙән ул 1 мең 400 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. 
Францияла фермерҙар ҡаршылыҡ акцияһы үткәрә. Супермаркеттар, юлдар ябылған. Күрелгән зыян миллиондарса евро менән иҫәнләнә. Ил етәкселеге 600 миллион евролыҡ дәүләт субсидияһы һәм банктарҙан алынған кредиттарға гарантиялар бирергә вәғәҙә иткән. Фермерҙар шулай уҡ ер һалымынан азат ителәсәк. Килемгә һалым түләү ҙә кисектереп тороласаҡ.

 

Яндекс.Метрика