Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй Хөкүмәте быйыл 52 субъектта юлдар төҙөү өсөн 4 миллиард 500 миллион һум аҡса бүлә. Был аҡсаларға дөйөм ҡулланыштағы юлдар ҙа төҙөкләндереләсәк.

Украинанан хәрби Ростов өлкәһендә йәшәүселәргә ҡарап ут асҡан. Рәсәй-Украина сигендәге һыуһаҡлағыста ял итеүселәр фотоға төшкән саҡта ул  ата башлай. Бер кеше яраланған. Ул дауаханаға һалынған.

Ҡытайҙың бер ҡалаһында сауҙа үҙәктәренең береһендә  төҙөк булмаған эскалаторҙа ҡатын һәләк булған.  Ул балаһын үҙәк зеҙмәткәрҙәренә биреп өлгөрә, әммә үҙе ҡотола алмай.

Балыҡ туйы. Был роликтың ҡайҙа төшөрөлгәне билдәле түгел. Туристарҙың береһе һыуға  икмәк ырғытҡас бына ошондай туй башлана.  Күрәһең, был балыҡтарҙы бер-нисә көн ашатмағандарҙыр, тигән һығымта яһаған ролик авторы.

Яндекс.Метрика