Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америкала президент һайлау кампанияһы бара. Си-Эн-Эн телекомпанияһы үткәргә социологик тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, республикандар партияһында Дональд Трампҡа етеүсе юҡ. Ул рәсми Вашингтон үткәргә сәйәсәткә ҡаршы булыуын белдереп, Рәсәй һәм уның президенты Владимир Путин менән мөнәсәбәттәрҙе мотлаҡ көйләү кәрәклеген билдәләгән.

Бөтә донъя сауҙа ойошмаһының 4 ағзаһы юғары технологиялы тауарҙар менән пошлинаһыҙ сауҙа итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Шулай итеп, киләһе өс йылда пошлиналар ғәмлдән сығарыласаҡ. Килешеү триллион долларлыҡ тауар әйләнешенә ҡағыла.

Йәйге селләнән һуң Көнсығыш Европала көслө ямғырҙар яуа. Ел Польшала ҡыйыҡтарҙы аҡтарып ырғытҡан, ағастарҙы йыҡҡан. Венгрияла туристар ямғыр туҡтағанын отелдә көтөргә мәжбүр. Европаның бик күп өлөшөндә туҡтауһыҙ йәшенле ямғырҙар яуа.

Нидерландтарҙа Боинг самолеты көслө ел сәбәпле һәләкәткә осрай яҙған. Уның аэропортҡа ултырған сағын шаһиттар видеоға төшөрөп алған.  Пилоттар насар һауа шарттарына ҡарамаҫтан, самолетты ултырта, пассажирҙар ғәҙәттән тыш хәлде һиҙмәгән.

Яндекс.Метрика