Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Халыҡ-ара валюта фонды Грецияға яңы кредит биреүҙән баш тартҡан. Беҙ һөйләшеүҙәр алып барырға риза, әммә финанс ярҙам тураһында һүҙ бармай тип белдергәндәр фонд вәкилдәре. Шулай итеп, афиндарға ил иҡтисадын ҡотҡарып ҡалыу өсөн өсөнсөгә кредит бирелмәйәсәк. Халыҡ-ара валюта фонды был мәсьәләгә киләһе йыл башында ғына әйләнеп ҡайтырға ниәтләй.

Төркиәнең Бодрум ҡалаһында әлегә билдәһеҙ кеше ял итеүселәргә ҡарап ут асҡан. Бер кеше һәләк булған, ике кеше йәрәхәтләнгән. Уларҙың шәхестәре, ҡайһы илдән килгәндәре асыҡлана. Быға тиклем Суруч ҡалаһындағы теракт сәбәпле 30 кеше һәләк булғайны. 

Сәғүд Ғәрәбстанының  11 сентябрҙа Америкалағы эшлекле үҙәктәге террор ғәмәленә бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ. Ил адвокаты Майкл Келлга әйтеүенсә, Сәғүд Ғәрәбстаны был һөжүм тураһында белгән һәм террорсыларға булышлыҡ иткән тигән бер ниндәй ҙә дәлил юҡ. Ҡушма Штаттар үҙ белдереүен аныҡ иҫбатлауға түгел, имеш-мимештәргә ҡорған, тигән Майкл Келлга.

Японияла роботты кеше сәләмәтлеген күҙәтергә өйрәткәндәр. Ул йорттағы барлыҡ электроника менән бәйләнешкә инә ала. Шуға ла робот менән тәү сиратта дауаханалар, өлкәндәр өсөн йорттар йыһазландырыласаҡ. Ул  ҡан баҫымын үлсәй, утты һүндерә, һаулыҡты профилактикалау буйынса бер-нисә кәңәш бирә белә.

Яндекс.Метрика