Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Американың  Калифорния штатында 20 мең гектарҙа урман яна. Мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәр итеүенсә, меңгә яҡын кеше имен урындарға күсерелгән. Утты һүндереүгә 8 мең кеше йәлеп ителгән. Әлегә тиклем Калифорнияла бьындай янғындар теркәлгәнен булмаған.

Европа берлеге илдәре Рәсәйҙең яуап санкцияларынан  5 миллиард 500 миллион евро зыян күргән. Был турала Европа фермерҙары профсоюзы президентының  белдереүендә әйтелә.  Рәсәйҙең сауҙа эмбаргоһы  Францияла, Литва, Германия, Финляндияла экспорт күләмен ике тапҡырға тиклем кәметте тигән Альбер Ян Маата.

Германия  бундестагы депутаттары Ҡырымға эш сәфәре менән килергә йыйына. Франция парламентарийҙары  Рәсәй ярымутрауын үҙ күҙҙәре менән барып күреп бик күп сәйәсмәндәргә өлгө күрһәтте, тигән һулдар партияһынан Александр Ной.  Йәйге каникулдарҙан һуң Ҡырымға эш сәфәре менән барыу көн тәртибенә ҡуйыласаҡ тигән ул.

Әрмәнстанда, халыҡ ҡаршы булыуға ҡарамаҫтан, 1-се августан электр энергияһына хаҡтар артты. 19-сы июнь ошо турала билдәле булғас та меңләгән кеше урамдарға ҡаршылыҡ акцияһына сыҡҡайны. Ил етәксеһе Серж Саргсян Әрмәнстандың энегетика системаһына халыҡ-ара аудит үткәреләсәк  тип белдергән.

Яндекс.Метрика