Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Нефткә хаҡтар арзаная. Белгестәр фекеренсә, әгәр хаҡтар бер-нисә аҙна ошо кимәлдә һаҡланһа, нефть компаниялары инвестиция программаларын һәм хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыҫҡартырға мәжбүр буласаҡ. Әле Брент маркалы нефттең бер барреле донъя баҙарында 50 доллар тора.

Африканан һәм Яҡын көнсығыштан ике меңгә яҡын мигрант Ла Манш аҫтындағы тоннелде штрумлай. Улар кәртәләрҙе емерә, юлды ҡаплай.  Ҡараңғы төшөү менән туннелға инеү һәм йөк ташыусы поездарға ултырып Бөйөк Британияға сығырға теләүселәр һаны бермә-бер арта. Ошо сәбәпле һәләк булыусылар ҙа бар. Мигранттар полицияға ла һөжүм итә.

Ростовтағы-Донда десантсылар һәм  төҙөүселәр һуғышҡан. Был хәл икенсе август булһа ла интернет селтәрендә видео тик бөгөн генә барлыҡҡа килде. Зәңгәр берет кейгән егеттәрҙең урам буйлап ҡысҡырып, әләм болғап, кешеләргә бәйләнеп йөрөүе оҡшамай төҙөүселәргә. Уларҙың Иҫкәртеүгә ҡолаҡ һалыусы ла булмағас, төҙөүселәр йәшәйеш ҡағиҙәләрен йоҙроҡ ярҙамында аңлата. Десантсыларға ҡул һелтәп ҡасыуҙан башҡа әмәл ҡалмай.

Голландияның  Алфен-ан-ден-Рейн ҡалаһында бер юлы ике кран торлаҡ йорттарға ҡолаған. Һәләк булыусылар тураһында хәбәр ителмәй. 20 кеше йәрәхәтләнгән. Күпер төҙөгәндә палуба крандары водителдәре  бер-береһе менән килешеп эшләмәй, һөҙөмтәлә тәүҙә ауыр йөктө күтәрә алмайынса  бер кран, һуңынан икенсеһе ауа. Дүрт торлаҡ йорт зыян күргән. Харабалар араһында кешеләр булыуы ихтимал, тип хәбәр итә м!ғлүмәт агентлыҡтары.

Яндекс.Метрика