Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Һиндостандың Мадбях Прадеш штатында ике поезд рельстан сыҡҡан. Кәм тигәндә 19 кеше һәләк булған. 30 пассажир ауыр хәлдә дауаханаға һалынған. Тимер юл һәләкәте Мачак йылғаһы аша күперҙә теркәлә. Ике поездың да бер-нисә вагоны рельстан сығып һыуға ҡолай. Хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү операцияһы дауам итә.

Ирандың көньяғында һауа температураһы 74 градусҡа еткән. Төбәктә һыу 33 градусҡа тиклем йылынған. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был аҙнала илдә температура 50 градустан түбән төшмәйәсәк.  Ер шарында иң эҫе һауа торошо Сәғүд Ғәрәбстанында теркәлгәйне. 2003-сө йылда илдә эҫелек 81 градусҡа етте.

Ҡытайҙа 3 йәшлек баланың  ҡулы эскалаторға ҡыҫылған. Сауҙа үҙәктәренең береһендә сабый абынып йығыла һәм уның бер ҡулын эскалатор тартып ала. Быны хатта уның әсәһе лә абайламай ҡала. Ҡотҡарыусылар ике сәғәт сабыйҙың ғүмере өсөн көрәшә. Әммә был юлы барыһы ла һәйбәт тамамлана. Быға тиклем Ҡытайҙың бер ҡалаһында сауҙа үҙәктәренең береһендә  төҙөк булмаған эскалаторҙа ҡатын һәләк булғайны.  Ул балаһын үҙәк хеҙмәткәрҙәренә биреп өлгөрә, әммә үҙе ҡотола алмай.

Американың Калифорния штатында серфинг буйынса эттәр араһында чемпионат үткән. 50 эт дүрт ауырлыҡ үлсәмендә ярышҡан. Чемпионаттан алынған барлыҡ килем хайуандарҙы яҡлау ойошмаһына бирелгән. 

Яндекс.Метрика