Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Урта диңгеҙҙә Ливия мигранттарының карабые һәләкәткә осраған. 700 кеше һыуға һикереп ҡотолған. Уларҙың 400-е ҡотҡарылған. Был турала фажигә урынындағы хәрби судно мәлүмәттәренә һылтанып ассошейтед пресс хәбәр итте. Быйыл ғына  Ливиянан 2 мең мигрант Урта диңгеҙ аша сыҡҡанда һәләк булған.

Һуңғы тәүлектә Һиндостан һәм Чехияла тимер юл һәләкәте һәм Рәсәйҙә юл-транспорт фажиғәһе теркәлде. Аваряиларҙа 50 кеше һәләк булды. Һиндостанда бер юлы ике поезд рельстан сығып осҡан. Һөҙөмтәлә  32 кешене ток һуғып үлтергән. Хабаровский крайында ике автобус бәрелешеү сәбәпле 15 кешенең ғүмере өҙөлдө. 60 кеше дауаханаға һалынған. 3 бала бик ауыр хәлдә. Чехияла  пассажир поезы әлегә билдәһеҙ сәбәптәр арҡылы рельстан сығып түңкәрелгән. Шул ваҡытта уға икенсе состав килеп бәрелә. Һәләк булыусылар юҡ.

Америкала һауала осоп китеп барған самолетты уҙыусы билдәһеҙ объектты төшөрөп алғандар. Ролик авторы әйтеүенсә, объект самолет артынан ҡалмайынса бара әммә һуңынан ҙур тиҙлектә уны үтеп китә. Интернет селтәрендә әле ҡыҙыу бәхәстәр бара. Кемдер быны ысынлап та билдәһеҙ осоусы объек, кемдер, киреһенсә, оҫта монтаж тип иәҫпләй.

Республиканың Ҡыуатов исемендәге клиник дауаханаһында яңы ҡорамалдар ярҙамында дауалай башланылар.

Табиптар умыртҡа  һөйәгенә компьютер ярҙамында тәьҫир яһаусы аппараттар ҡуллана. Табиптар әйтеүенсә, был ҡорамалдар элек бер-нисә сәғәткә һуҙылған операцияны тиҙерәк үткәрергә мөмкинлек бирә. Заманса аппараттар дөрөҫ диагноз ҡуйыу йәһәтенән дә отошло. Операция иһә ғәҙәттәгесә ҙур яра яһамай ғына атҡарыла.Махсус торба аша ашҡаҙан-эсәк ағзаларына операция барышы даими күҙәтелә. Эндоскоп ярҙамында ағзала барлыҡҡа килгән яман шеште, бауырҙағы ташты алдан күреп дөрөҫ диагноз ҡуйырға һәм ваҡытында операция эшләргә мөмкин.  Эндоскопик ҡорамала эйчди камера урынлаштырылған. Уның ярҙамында операция барышын күҙәтергә һәм һуңынан да яҙылғанды экрандан ҡарарға мөмкин. Нейрохирургтар махсус ҡорама менән өсөнсө сирленең умыртҡаһына операция яһай. Ул баҫҡыстан төшөп килгәндә аяғын ауырттырған.  Аяҡ сатанлауы һөҙөмтәһендә умыртҡа һөйәге һынған.Инновация ҡорамалдары нейрохирургия өлкәһендә операциялар яһаусы табип хаталарын иҫкәртергә лә булышлыҡ итә. 

Яндекс.Метрика