Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Төркиәлә  юл-транспорт фажиғәһендә Рәсәйҙән 4 кеше һәләк булған. 20 кеше  йәрәхәтләнгән. Уларҙың барыһы ла туристар. Рәсәй илселегенән хәбәр итеүҙәренсә, авария Денизли виләйәтендә Паммукале тирәһендә теркәлгән. Автобуста Рәсәй, Ҡаҙағстан, Литва туристары китеп барған. Юл-транспорт фажиғәһе урынында Рәсәй консуллығы вәкилдәре лә эшләй.

Иорданияның башҡалаһында ҡом бураны  Әлиә батшабикә халыҡ-ара аэропорты эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Ил етәкселеге ғәҙәттән тыш хәл режимын индерергә ниәтләй. Видеояҙманан күренеүенсә, диуарҙы хәтерләткән ҡом бураны ҙур тиҙлектә аэропортҡа яҡынлаша. 

Япондар атом ҡоралын тулыһынса юҡ итеүҙе талап итә. Американдар 1945-се йылда Японияның Хиросима һәм Нагасаки ҡалаларына бомба ташлай.  80 мең кеше һәләк була. 1945-се йылдың аҙағына радиациянан 166 мең кешенең ғүмере өҙөлә. 5 йылдан һуң һәләк булоуыслар 200 меңгә етә. Шуға ла атом ҡоралын үҙендә һынап ҡараған япондар уны тулыһынса юҡ итергә саҡыра.

Мысырҙа Рәсәй хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев Греция премьеры Алексиси Ципрас менән осрашып иҡтисад һәм энергетика өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Осрашыуҙа берлектәге комиссия ултырышына әҙерлек сиктәрендә илдәр араһында бәйләнештәрҙе тағы ла әүҙемләштереү кәрәклеге билдәләнде.

Яндекс.Метрика