Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Мәскәүҙә Олимпия проспектында төҙөкләндереүгә ябылған ҡунаҡхана янып киткән. Уның ҡыйығындағы төҙөлөш миатериалдарына ут тоҡанған. Эшселәр эвакуацияланған, һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй.

Көньяҡ Осетияла ямғырҙар сәбәпле ер ишелеп Транскавказ юлын ҡаплаған. Ике яҡ йүнәлештә лә автомобиль хәрәкәте туҡтаған. Зарамаг таможня посы янында ер ишелеү сәбәпле йәрәхәтләнеүселәр юҡ тип хәбәр итә төнъяҡ Осетия буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Юлды таҙартыу башланған, тип хәбәр итә Риа новости агентлығы.

Ә Ҡытайҙа Соуделор тайфуны ҡотора. 163 мең кеше эвакуацияланған. Электр энергияһы һүнеүҙән 2 миллион хужалыҡ зыян күргән. 9 кеше һәләк булған. Фуцзян виләйәтендә 530 рейс кисектерелгән, поездар хәрәкәте туҡтатылған. Рейтер агентлығы көслө ел ағастарҙы тамыры менән алып ырғытҡан тип хәбәр итә. Ҡала урамдары һыу аҫтында ҡалған. Бик күп кеше хәбәрһеҙ юғалған.

Йыл тамамланмаһа ла ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары 2015-се йылдың июлендәге төп асыштарҙы билдәләне. Америка ғалимдары наркотиктарға ҡаршы дарыу уйлап тапҡан. Рәсәй менән Ҡытай сигендә ер аҫты юлы табылған. Виноград тостары экстракты яман шешкә ҡаршы көрәштә ҡулланыла ала. Антарктиканың һалҡын һыуҙарында аҡ крабтар табылған. 

Яндекс.Метрика