Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Японияла  эҫелектән 32 кеше һәләк булған. 11 меңдән ашыуы дауаханаларға һалынған. Айырым префектураларҙа һауа температураһы 38 градусҡа тиклем күтәрелгән. Тиҙ медицина ярҙамы күрәһтеү хеҙмәттәре ғәҙәттән тыш хәл режимында эшләй.

Афғанстандың Гиндукуш округында ер тетрәгән. Был турала бөгөн Европа-урта диңгеҙ сейсмология үҙәге хәбәр итте. Уның мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ер 209 саҡырым тәрәнлектә тетрәгән. 

Европа берлеге легаль булмаған миграцияны мәсьәләһен хәл итеү өсөн 2 миллиард 500 милллион евро бүлергә ҡарар иткән. Аҡсаның байтаҡ өлөшө Италия һәм Грецияға биреләсәк. Быйыл ғына Европаға 200 мең самаһы мигрант килгән. Урта диңгеҙ аша үткәндә уларҙың күбеһе һәләк булған.

Американың Миссури штатындағы Фергюсон ҡалаһында афроамериканлы Майкл Браундың үлеменә бер йыл тулыу айҡанды ҡаршылыҡ акциялары башланған. Ҡалала ғәҙәттән тыш хәл индерелгән. Демонстранттар менән полиция араһындағы бәрелештәрҙә 3 кеше һәләк булған. Былтыр Фергюсон ҡалаһында полиция хеҙмәткәре ҡара тәнле Майкл Браунды атып үлтергәйне. Миссури штаты суды уны аҡлағас, афроамерикандар ҡарлышыҡ акциялары үткәрә башланы.

Яндекс.Метрика