Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Грецияның Кос утрауында Төркиәнән диңгеҙ аша килгән мигранттар менән полиция араһында бәрелештәр башланды. Нелегалдарҙың күбеһе Сүриә һәм Афғанстандан. Юлдарҙы ҡаплап улар үҙҙәрен ҡасаҡтар тип теркәүҙе талап итә.

Туристар иғтибарына.  Берләшкән ғәрәп әмирлектәрендә ғәҙәттән тыш хәл. Һауа температураһы 50 градустан ашып киткән. Аномаль эҫегә хатта ошо климат өсөн яраҡлаштырылған транспорт та түҙмәй. Улар юлда янып китә.

Төркиәнең хәрби самолеттары Хәккәри виләйәтендә Курдистандың эшсе партияһы позицияларын утҡа тотҡан. Утҡа  тотоу Төркиәләге бер-нисә терактҡа яуап булыуы ихтимал, тип фаразлай белгестәр.

Американың Нью-Мексико штатында Сан-Хуан йылғаһы бассейнында экологик һәләкәт сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл индерелгән. Һыуҙы  эшләмәгән шахтаны таҙартҡанда тирә-яҡ мөхитте һаҡлау агентлығы бысратҡан. 11 миллион литр токсик һыу ағып Анимас йылғаһын бысратҡан. 

Яндекс.Метрика