Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Кисә Мәскәүҙең көнъяғында һауала формальдегидтың айырыуса күп булыуы теркәлгән. Белгестәр уның норманан 2 тапҡырға күбрәк булыуын асыҡлаған. Росгидромет хәбәр итеүенсә, башҡаланың башҡа төбәктәрендә һауала формальдегид нормаһы артмаған.

Хәҙер Ҡырғыҙстан Евразия иҡтисади берлегенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Уның ошо берлеккә ҡараған илдәр менән сик буйҙарында таможня контроле бөтөрөлгән. Евразия иҡтисад берлеге комиссияһы хәбәр итеүенсә, был аҙым Ҡырғыҙстан Республикаһы алдында яңы мөмкинлектәр аса. Тауар әйләнеше, хеҙмәттәр күрһәтеү һәм эшселәр хәрәкәтендә кәртәләр булмаясаҡ. Бынан тыш был Республиканан килгән эшселәр хәҙер “эшсе мигранттар” тип аталмаясаҡ.

Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Европала йәнә эҫе һауа торошо нығынды. Австрияның Словакия эргәһендәге сигендә иң юғары температура теркәлгән — 40,5 градус. Австрияла бындай эҫе һауа торошо 248 йыл дауамында булмаған.

Японияның Фукусима-1 Атом Электр станцияһы 2011-се йылғы фажиғәнән һуң яңынан эшләй башланы. Әлегә уның беренсе блогы ғына сафҡа индерелгән. Бер-нисә көндән станция тулы ҡеүәттә электр энергияһын етештерә башлаясаҡ.  АЭСтың яңынан тергеҙелеүе Япония халҡында ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы.  Ил властаре уларға яуап итеп, станцияның эшләүе яғыулыҡты импортлауҙы кәметеүҙең берҙән-бер ысулы, тип белдерҙе.

Яндекс.Метрика